Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУНАҠХАНАЛАР

Просмотров: 1254

ҠУНАҠХАНАЛАР, ситтән килеүселәргә ваҡытлыса йәшәү өсөн тәғәйенләнгән, мебель м‑н йыһазландырылған бүлмәләре (номерҙары) булған биналар. Башҡортостан терр‑яһында Ҡ. тәүҙә юлаусылар йорто рәүешендә була.

19 б. 1‑се ярт. Өфөнөң Үрге Сауҙа майҙанында Каруанһарай төҙөлә, унда ситтән килгән сауҙагәрҙәр һатыу итә һәм йәшәй. 1844 й. Ырымбур ҡ. Каруанһарай һалына. 19 б. уртаһында Өфөлә 2 (1860 й. — 5) бәләкәй Ҡ., 12 юлаусылар йорто эшләй.

19 б. аҙ. — 20 б. башында Көньяҡ Уралда адм., сауҙа һәм йәрминкә үҙәге булараҡ Өфөнөң әһәмиәте артыу м‑н, яңы Ҡ. төҙөү башлана; ҡайһы берҙәре 2 һәм 3 ҡатлы күп фатиры булған килем йорттарында урынлаша. 1890 йй. сауҙагәр С.П.Зайковтың фатир тибындағы килем йорто (1914 й. алып “Астория” Ҡ.; ҡара: “Өфө-Астория”), А.Ногарёвтың килем йорто (ҡара: Ногарёв А. йорттары) төҙөлә. Һуңғыһында “Оло Себер” Ҡ. урынлаша, ул 1904 й. сауҙагәр А.М.Паршиндың Оло Успенский урамында урынлашҡан йортона (хәҙ. Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто; Коммунистик урам, 43) күскәндән һуң “Метрополь” Ҡ. булып китә. 1900—03 йй. Александр урамында (хәҙ. Карл Маркс урамы, 15) В.И.Видинеевтыңкилем йорто төҙөлә, унда 1910 й. тиклем — “Петергофъ” Ҡ., 1907 й. — сауҙагәрҙәр П.И.Костерин һәм С.А.Черниковтың (ҡара: Костерин П.И. йорто), 1910 й. С.С.Меклерҙың (20‑се йй. башлап “Крәҫтиән йорто” тип атала, 60—90‑сы йй. — “Колос” Ҡ.) һ.б. килем йорттары урынлаша. БР-ҙа 8467 урынлыҡ 197 Ҡ. эшләй (2014). Иң ҙурҙары — Өфөлә “Ағиҙел”, “Азимут отель Өфө”, “Амакс Турист отель”, “Башҡортостан”, “Президент Отель”, “Hampton by Hilton Ufa”, “Hilton Garden Inn Ufa Riversid”, “Holiday Inn Ufa”, “Sheraton”; Бәләбәй ҡ. “Йәйғор”; Бөрө ҡ. “Бөрө”; Ишембай ҡ. “Заря”; Мәләүез ҡ. “Ағиҙел”; Нефтекама ҡ. “Отель‑Сервис”; Октябрьский ҡ. “Девон”; Салауат ҡ. “Урал”; Стәрлета‑ маҡ ҡ. “Ашҡаҙар” һәм “Восток”; Туймазы ҡ. “Башҡортостан”; Учалы ҡ. “Ирәмәл” ҡунаҡханалары.

Т.Р.Әхмәрова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023
Связанные темы рубрикатора: