Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОРОБЬЁВ Николай Фёдорович

Просмотров: 1134

ВОРОБЬЁВ Николай Фёдорович (2.8.1904, Владимир губ. Иваново-Вознесенск ҡ. — 21.3.1976, Өфө), невролог. Мед. ф. канд. (1941). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1930) Силәбе өлк. Әшә ҡасабаһында эшләй. 1931 й. алып Өфөлә: 1936—67 йй. БДМИ‑ла (1951— 65 йй. ректор, бер үк ваҡытта 1953— 66 йй. нервы ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге тапма, полиомиелит, талпан энцефалиты һәм невриттар патогенезын, үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйле. В. етәкс. периферик нервы системаһы ауырыуҙары һәм травмалары булған кешеләрҙе дауалау өсөн “Красноусол” шифаханаһының дауалау факторҙарын файҙаланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1953) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: