Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович

Просмотров: 996

ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович (27.9.1946, Свердловск өлкәһе Баранчинский ҡсб — 1.9.2018, Өфө ҡ.), хирург. Медицина фәндәре докторы (2005). Свердловск медицина институтын тамамлағандан һуң (1971) Республика клиник дауаханаһында, 1972 й. алып Әшә, Свердловск, Өфө ҡҡ. дауаханаларында эшләй. 1978 й. башлап Республика онкология диспансерында, 2001 й. — Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (2006 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге муйын һәм баш ағзаларының хирургик һәм онкологик ауырыуҙарын диагностикалауға һәм дауалауға арналған. В. ҡатнашлығында ҡолаҡ янындағы шайыҡ биҙе шешен хирургик дауалау ысулы, аҫҡы яңаҡ һөйәге етешһеҙлеген алмаштырыу өсөн ҡулайлама, эйәк өлөшөн пластикалау алымы һ.б. эшләнгән.  2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнгән (2000).

Х е ҙ м.: Замещение дефектов тканей головы и шеи. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022
Связанные темы рубрикатора: