Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАБДРАХМАНОВА Әниә Фәүзи ҡыҙы

Просмотров: 1368

ҒАБДРАХМАНОВА Әниә Фәүзи ҡыҙы (12.6.1961, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Йөгәмеш а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2005). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 10‑сы дауаханала, 1987 й. алып йылғасыларҙың линиялы дауаханаһының 1‑се поликлиникаһында (икеһе лә — Өфө) эшләй. 1993 й. башлап Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда: 1998 й. алып бүлек етәксеһе, 2006 й. — дир. урынбаҫары. 2011 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге тикшереүҙең нур ысулдарын файҙаланып орбита һәм күҙ ауырыуҙарын комплекслы диагностикалау проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында орбита, күҙ ҡабағы һәм күҙ алмаһы шештәрен дифференциаль диагностикалағанда төҫлө допплерография ҡулланып тикшереүҙең заманса ультратауыш ысулдары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Комплексная диагностика заболеваний орбиты. Уфа, 2008 (авторҙ.); Гемангиомы придаточного аппарата глаза у детей (клиника, диагностика, лечение). Уфа, 2011 (авторҙ).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: