Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗИЗОВА Рәйсә Рафаил ҡыҙы

Просмотров: 1018

ҒӘЗИЗОВА Рәйсә Рафаил ҡыҙы (7.4. 1953, Ҡурған-Түбә ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1977) 1987 й. тиклем Өфөнөң 13‑сө ҡала дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында нефть эшкәртеү продукттары м‑н ағыуланған сәнәғәт пр‑тиелары эшселәренең ашҡаҙан-эсәк юлы лайлалы тиресәһенең клиник-морфол. үҙгәрештәре тикшерелгән, сей яра ауырыуын гелий- неон лазеры м‑н дауалау ысулы эшләнгән һәм дауалау практикаһына индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Язвенная болезнь двенадцатиперстной кишки: гормонально-иммунное исследование. М., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: