ВОРОНИН Анатолий Васильевич
ВОРОНИН Анатолий Васильевич (15.1.1937, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Покровка‑Озерки а.), инженер- энергетик. Техник ф. канд. (1995). БР- ҙың атҡ. химигы (1995), СССР‑ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1986). СДПИ- ны (1960), Сыуаш ун‑тын (Чебоксар, 1971) тамамлаған. 1963—2009 йй. “Сода” ААЙ‑нда эшләй: электромонтёр, инженер, 1968 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1972 й. — баш энергетик урынбаҫары, 1975 й. — баш энергетик, 1988 й. — баш инженер, 2005 й. — ген. дир. урынбаҫары. 2010—2011 йй. БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында фән б‑са директор. 2014 й. башлап БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑тында эшләй. В. етәкс. синтерол һәм сульфонол алыу технологиялары (улар нигеҙендә “Зифа”, “Луч” кер йыуыу порошоктарын етештереү үҙләштерелә); кальцинирланған соданы аҙ ҡалдыҡлы етештереү, ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары, ҡоро цемент етештереү алымы һ.б. технологиялар эшләнә. 6 фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина