Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 655

ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1925 й. Һ.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрө­тә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — күреү б‑са инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составына 16 урындағы ойошма һәм 3 производство ЯСЙ инә: “Автодеталь” Бәләбәй пр‑тиеһы (1944 й. нигеҙләнгән), Белорет уҡыу‑производство пр‑тиеһы (1951), “Низковольтэлектро” (Стәрлетамаҡ ҡ., 1953). Бәләбәй пр‑тиеһы автомобиль сәнәғәте һ.б., Белорет —машиналар төҙөү һәм металлургия сәнәғәте һ.б., Стәрлетамаҡ пр‑тиеһы — электротехника сәнәғәте һ.б. өсөн комплектлау әйберҙәре сығарыуға махсуслаша. Ойошма күреү б‑са 5257 инвалидты берләштерә (2010). Һ.й. ағзалары араһында Р.А.Баталова, Е.А.Жданова, Э.В.Ибраһимова, Б.Һ.Йәнекәев, О.В. Крецул, И.Н.Маннанов, В.Н. Мичурин, С.Ә.Низаметдинов, И.В. Помыкалов, С.А.Севостьянов, А.А. Строкин, В.В.Чернова, Р.Ш.Әфтәхов, Ю.Р.Әхмәтдинова, М.Е.Яковлев һ.б.

И.А.Зверев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: