Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТОВ Рәйеф Лотфулла улы

Просмотров: 1095

ҒӘБИТОВ Рәйеф Лотфулла улы [25.11.1913, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) —  1943], композитор. Композиторҙар союзы ағзаһы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡ. пед. техникумын (1932), Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1942; В.А.Белый класы) тамамлаған. 1932—34 йй. Белорет металлургия з‑дының уҡыу‑уҡытыу комб‑тында эшләй. Заводтың мәҙәниәт йортонда хор һәм оркестр ойоштора, уларҙың репертуарын, нигеҙҙә, Ғ. эшкәрткән башҡ. халыҡ йырҙары һәм көйҙәре тәшкил итә. Композитор ижадында нескә лиризм, бай фантазия, муз. образдарҙың тәрән йөкмәткелелеге һәм халыҡ йыр традициялары тығыҙ үрелгән. Ғ. башлыса консерватория осоронда ижад ителгән әҫәрҙәре вокаль һәм хор музыкаһынан ғибәрәт: Салауат Юлаев һүҙҙәренә “Уралҡайым” йыры (1938), “Салауат”, “Тейен тубырсыҡ яра” халыҡ йырҙарының тауыш һәм фп. өсөн эшкәртмәләре һ.б. 1942 й. яҙында БДОБТ сәхнәһендә башҡарылған Ғ. a cappella хоры өсөн “Уралды маҡтау” поэмаһы (1940) башҡ. хор музыкаһының иң сағыу өлгөләренең береһе була. “Ашҡаҙар”, “Ғабдрахман Булатов”, “Ғүмәров”, “Тәфтиләү”, “Таштуғай” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарын яҙып ала. Комп. Р.Ә.Мортазиндың 5‑се симфонияһы Ғ. иҫтәлегенә арналған.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Раиф Габитов (очерк жизни и творчества). Уфа, 1987. 

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: