Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБӘШИ Солтан Хәсән улы

Просмотров: 1192

ҒӘБӘШИ Солтан Хәсән улы (Солтанәхмәт Хәсәнғата улы; 1.5.1891, Ҡазан губ. Кесе Сулабаш а. — 8.1. 1942, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Салҡаҡ а.), композитор, фольклорсы, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). 1898 й. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә, һуңыраҡ Өфө реаль уч‑щеһында һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә, 1916—17 йй. Ҡазан ун‑тында уҡый, бер үк ваҡытта Өфө һәм Ҡазандың танылған музыканттарынан муз. дәрестәре ала. 1917 й. алып Ҡазандың муз. һәм пед. техникумдарында уҡыта. 1932 й. башлап Өфөлә йәшәй: Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыта; 1936 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ хеҙм‑ре. 1941 й. башлап Салҡаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы. Композиторҙың ижадына интонацион төҙөлөш м‑н классик муз. тасуирлау сараларының берлеге хас. Ғ.С.Әлмөхәмәтов һәм В.И.Виноградов м‑н берлектә “Сания” (Ф.Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм “Эшсе” (М.Ғафури либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, ш. уҡ БАССР‑ҙың ойошторолоуына 10 йыл тулыуға арнап симфоник оркестр өсөн “Тантаналы марш” (1929) һ.б. ижад итә. “Вальс”, “Ҡайғы”, “Пикник”, “Ҡайғынан һуң шатлыҡ”, “Марш”, “Йәшлек” һ.б. инструменталь пьесалар; Ғ.Исхаҡиҙың “Зөләйхә”, Ф.Бурнаштың “Таһир м‑н Зөһрә”, Ғ.Рәхимдең “Буҙйегет”, М.Джанандың “Шаһнамә” һ.б. спектаклдәргә музыка; М.Хәй һүҙҙәренә “Ҡурай” һәм а cappella хоры өсөн “Кәкүк” вокаль циклы авторы; башҡ. һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡ‑н бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар м‑н сығыш яһай, башҡ. һәм татар милли музыкаһы т‑да мәҡәләләр яҙа. 1909 й. Өфөләге “Милли көйҙәр, сәхнә һәм әҙәбиәт” түңәрәге концерттарында ҡатнаша, Әлмөхәмәтов м‑н бергә Көньяҡ Урал буйлап һәм Волга буйында гастролдәрҙә була. 1932—34 йй. Башҡортостан буйлап муз.‑этнографик экспедицияларҙа Ғ. (А.С.Ключарёв м‑н берлектә) 50 башҡ. халыҡ йырын яҙып алып нотаға һала, улар “Башҡорт халҡ йырҙары” (1935) йыйынтығына инә. 1932 й. Өфө эшселәре һәм ҡыҙылармеецтары араһында йыйған фольклор әҫәрҙәре өлгөләре “Фабрика һәм завод йырҙары” (“Песни фабрик и заводов”), “Ҡыҙылармеецтар йырҙары” (“Красноармейские песни”) йыйынтыҡтарына нигеҙ була. “Башланғыс мәктәптәр өсөн музыканан программа” (1933; Х.К.Ибраһимов һәм И.В.Салтыков м‑н берлектә) төҙөүселәренең береһе.

Әҙәб.: Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: материалы и док. Уфа, 1995; Султан Габяши: материалы и исслед. Казань, 2000.

 Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: