Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗИЗОВ Роберт Хәким улы

Просмотров: 1451

ҒӘЗИЗОВ Роберт Хәким улы (25.9. 1939, Өфө), комп., муз.-йәмәғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙарсоюзыағзаһы (1974). 1968—70 йй. Ҡазан консерваторияһында уҡый (А.С.Леман класы). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; З.Ғ.Исмәғилевкласы) Респ. урыҫ драма театрының муз. бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт уч-щеһында уҡыта. 1976 й. алып БР Композиторҙар союзының яуаплы секретары, 1978—92 йй. идара рәйесе, бер үк ваҡытта 1979 й. башлап РСФСР Композиторҙар союзы идараһы секретары. 1995 й. алып АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. Ғ. ижадына жанр һәм тематиканың күп төрлөлөгө, заманса композиторлыҡ техникаһы ысулдарын (алеаторика, сонористика, полистилистика) ҡулланыу, муз. форма һәм тембр драматургияһы өлкәһендә эҙләнеүҙәр хас. Ғ. ижади табыштары — традицион жанр моделдәрен үҙгәртеү, төрлө муз. формаларға концерт принцибын индереү, камерный һәм бер өлөшлө музыкаға тартылыу — башҡ. музыкаһының артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй. Ғ. ижадында төп урынды симфоник музыка алып тора: 3 симфония (1980, 1987, 1994), “Батырҙар иҫтәлегенә” (“Памяти героев”) симфоник поэмаһы (1985), скрипка өсөн (1987), оркестр м‑н фп. өсөн (1988, 1989), симфоник (1986, 1990) һәм эстрада- симфоник оркестр (1981) өсөн концерттар. Ҙур вокаль-хор әҫәрҙәренән М.Кәримһүҙҙәренә “Аяҡтарым — юлда... Күңелем — йырҙа...” (“В дороге — ноги... В песне — думы...”; башҡортсанан Е.М.Николаевскаятәржемәһе; 1974), В.Г.Татаринов һүҙҙәренә “Мин һинең улың, Комсомол!” (“Я твой сын, Комсомол!”; 1978) ораториялары; Ш.Анаҡ һүҙҙәренә хор циклдары (1973). Камера-инструменталь музыкаһы (ҡара: “Камера музыкаһы”). “Әли баба һәм ҡырҡ юлбаҫар” балеты (“Али-баба и сорок разбойников”; 1975, Р.Ә.Бикчәнтәев һәм И.Х.Хәбиров либреттоһы), балалар өсөн “Марстың осоуы” (1985, С.Әлибай либреттоһы) операһы, “Аэлита” (1992, Б.В. Заболоцких либреттоһы) мюзиклы, Ә.М.Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй” (1979), М. Кәримдең “Диктаторға ат бирегеҙ!” (1981), Б.Брехттың “Кураж әсә һәм уның балалары” (“Мамаша Кураж и её дети”; 1976) драма спектаклдәренең, “Тауҙарҙа юл” (“Дорога в горах”; 1975), “Мин ерҙән атлайым” (“Я по земле иду”, М.Кәрим т‑да; 1976), “Тәрбиәле ғаиләнән йәш егет” (“Молодой человек из приличной семьи”; 1987) т/ф һ.б. музыкаһы авторы. Башҡ. эстрада музыкаһы үҫешенә лә Ғ. ҙур өлөш индерә. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыка фестивален, “Ағиҙел” Бөтә Рәсәй эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсын (1990 й. алып), Респ. боронғо һәм хәҙ. заман музыкаһы фестивален ойоштороусыларҙың береһе. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1984). “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1986).

Әҙәб.: К у д о я р о в а Л.К. Заметки о двух премьерах Р.Газизова: симфоническая поэма “Памяти героев” и Фортепианный концерт // Музыка России. М., 1988. Вып.7.

Л.К.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: