Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мәүлетбай Сөләймән улы

Просмотров: 1316

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мәүлетбай Сөләймән улы [14.5.1938, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 6.6.2014, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], йырсы. БР-ҙың халыҡ (1993) һәм БАССР- ҙың атҡ. (1984) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1971; М.Х. Хисмәтуллин класы) — Башҡ. филармонияһының эстрада, 1981— 2002 йй. “Йәдкәр” фольклор ансамбле солисы. Акад., ш. уҡ традицион башҡарыу манераһына эйә. Ғ. тауышы — бай тембры, башҡарыуы сағыу хислелек, артислыҡ м‑н айырылып торған. Репертуарында халыҡ йыр классикаһы өлгөләре: “Бейеш”, “Буранбай”, “Сибай”, “Суҡан батыр”, “Урал”, “Һылыу ҡыҙға” һ.б.; башҡ. композиторҙарының лирик йырҙары. Б.М.Ғайсин, А.М.Ҡобағошов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Н.А.Мөстәҡимов, А.Р.Хәлфетдинов, Х.Ф.Әхмәтовтың күп йырҙарын тәүге башҡарыусы. Ҡарағалпаҡ (1976) һәм Яҡут (1978) АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР, Рәсәй, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Ел ҡыуыусы” (“Ловец ветра”; 2010, “Башҡортостан” к/ст) нәфис фильмында Әхмәт ҡарт ролен уйнай. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).

Әҙәб.: Ш ә к ү р Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.03.2020
Связанные темы рубрикатора: