Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАБДУЛЛИН Вил Ҡәүи улы

Просмотров: 1771

ҒАБДУЛЛИН Вил Ҡәүи улы (24.5.1961, Өфө ҡ.), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). ӨНИ‑не (1989), РФ Президенты эргәһендәге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (Мәскәү ҡ., 2012) тамамлаған. Донъя (41 тапҡыр, 2007—19), Европа (2 тапҡыр, 2011), БДБ (1995), Рәсәй (1997, 2003—07) һәм БДБ Универсиадаһы (1995—96, 2000) чемпионы, Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998—99, 2006— 07), 27 тапҡыр донъя чемпионаттарының көмөш һәм бронза призёры, Европа (2011) һәм Рәсәй (1996, 1999—2001) чемпионаттарының көмөш призёры, БДБ (1993) һәм Рәсәй (1994—95) чемпионаттарының бронза призёры; Санкт‑Петербург ҡ. (1993), Финляндияла (Турку ҡ., 1998), Швейцарияла (Орби ҡ., 1997—99; Женева ҡ., 2000—01) үткән кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса халыҡ‑ара ярыштарҙа еңеүсе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993 й. алып). БР‑ҙың Хәрби оҫталыҡ федерацияһы президенты (1999 й. алып). “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән (2019).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2023
Связанные статьи: