Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИКБОКСИНГ

Просмотров: 1341

КИКБОКСИНГ (ингл. kick — аяҡ м‑н тибеү һәм boxing — уҫмаҡлау), спорт төрө, ике спортсының ҡулдарына боксер бирсәткәләре һәм аяҡтарына йомшаҡ футтар кейеп бергә‑бер уҫмаҡлашыуы (тубыҡ һәм терһәк м‑н һуғыу, ырғытыу, ҡармап тотоу, быуыу тыйыла). К. лайт (еңел), семи (сикләнгән) һәм фулл (тулы) бәйләнештәргә айырыла. Башҡортостанда К. үҫешә башлауы 1992 й. Р.С.Саяпов етәкс. ӨАИ спорт клубы эргәһендә беренсе секция асылыуға бәйле. Был осорҙа бокс м‑н шөғөлләнгән күп спортсылар К. б‑са ярыштарҙа ҡатнаша башлай. 1993 й. БР чемпионаттары үткәрелә. Өфөлә профессионалдар араһында БДБ Универсиадалары (1992—96), Рәсәй чемпионаты (2012), Рәсәй кубоктары (1997—98, 2001, 2004, 2006—09, 2011), донъя (2003, 2005) һәм Европа (2001) чемп. исеменә көрәш, Туймазы ҡ. клубтар араһында Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре үткәрелә (2009—14). Халыҡ‑ара ярыштарҙа А.М.Вәхитов, В.Ҡ.Ғабдуллин, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев, А.Н.Ишбулатов, Д.Р.Йосопов, Т.Т.Йосопов, Д.Р.Йыһангирова, Е.В.Логункова, К.Л.Москвин, М.В.Попов, Ф.Ғ.Уйылданов һ.б. юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Республикала К. б‑са “Кэмпо” (Өфө), “Файтер” (Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ.), “Шоңҡар” (Сибай ҡ.), “Ягуар” (Нефтекама ҡ.) спорт клубтары һәм спорт мәктәптәрендә 20‑гә яҡын К. бүлексәләре бар, уларҙа 2,5 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2012). 1992 й. БР К. федерацияһы эшләй. К. м‑н тренерҙар М.А.Арсентьева, М.М.Ғәбдрәхимов, С.Н.Данилов, А.Ж.Джантаев, Г.М.Максимов, А.Н.Рысков, Саяпов, Д.С.Хәсәнов, В.Д.Чистонов, К.В.Шестаков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Г.М.Максимов, Г.И.Мокеев, Р.С.Саяпов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019