Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУҘЫУ

Просмотров: 939

ҺУҘЫУ, һуҙыу стандарында металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, үлсәмдәре аныҡ һәм өҫкө йөҙө шыма булған изделиелар алырға булышлыҡ итә. Һ. ваҡытында волока (ҡыҫып һуҙғыс) ҡулланыла, уның уйымы аша катанкалы йәки пресланған әҙерләмәләрҙе үткәреп һуҙалар; был ваҡытта уларҙың арҡыры киҫелешенең үлсәмдәре кәмей, оҙонлоғо арта. Башлыса әҙерләмәне йылытмайынса үткәрәләр (һалҡын килеш Һ.); насар деформацияланған металдарҙы һәм иретмәләрҙе эшкәрткәндә уларҙың һығылмалығын арттырыу һәм деформацияға ҡаршы тороуын кәметер өсөн әҙерләмәләрҙе алдан йылытып алалар (эҫе килеш Һ.). Диам. 0,002 алып 5,000 м тиклем булған сым, фасонлы тотош профилдәр, ҡорос сыбыҡтар, арҡыры киҫелешенең формаһы төрлө булған эсе ҡыуыш профилдәр, ҡалынлығы 0,05—12,00 мм һәм диам. 0,2 мм алып 765,0 мм тиклем булған көпшәләр алына. 20 б. 40‑сы йй. башлап Һ. Белорет металлургия комбинатында, “Уфимкабель” ДУП‑ында, 70‑се йй. башынан “Автонормаль” ААЙ‑нда һ.б. ҡулланыла. Белорет металлургия комб‑тында микросымды (0,400 мм алып 0,009 мм тиклем) Һ. технологияһы уйлап табыла һәм индерелә; Һ. ваҡытында эшкәртелеүсе материалдың һәм инструменттың трибобәйләнештәрҙәге туҙыуға сыҙамлығын арттырған антифрикция материалдарын (Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында уйлап сығарылған) файҙаланыу үҙләштерелә.

А.А.Маркелов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: