Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОКАЛИЗМ

Просмотров: 1336

ВОКАЛИЗМ (латин теленән vocalis — һуҙынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге һуҙынҡы фонемалар системаһы. Хәҙерге башҡорт телендә 9 һуҙынҡы фонема бар: [а], [ә], [эе], [и], [оо], [ө], [у], [ү], [ы]. Тамыр морфемаларҙа бөтә һуҙынҡылар ҙа күҙәтелә, аффикстарҙа [и], [у], [ү] ҡулланылмай. Артикуляцион характеристика буйынса башҡ. теленең һуҙынҡылары түбәндәгесә айырыла: а) телдең алға килеү йәки артҡа китеү кимәленә ҡарап — алғы рәт: [ә], [эе], [и], [ө], [ү], артҡы рәт һуҙынҡылары: [а], [ы], [оо], [у]; б) ирендәр ҡатнашлығына ҡарап — иренләшкән: [оо], [ө], [у], [ү], иренләшмәгән: [а], [ы], [ә], [эе], [и]; в) телдең күтәрелеү кимәленә ҡарап — өҫкө күтәрелеш (тар): [и], [ү], [у], урта күтәрелеш (ярым тар): [ы], [эе], [оо], [ө], түбәнге күтәрелеш (киң) һуҙынҡылары: [а], [ә]. Башҡ. теленең бөтә һуҙынҡылары ла яңаҡты сағыштырмаса ныҡ асмай әйтелә. Иренләшкән һуҙынҡыларға көсһөҙ иренләшеү хас, башҡа төрки телдәрҙең һуҙынҡылары менән сағыштырғанда, улар рәт буйынса артҡараҡ күскән. Шулай уҡ ҡара: Башҡорт теленең фонетик системаһы.

  Әҙәб.: Киекбаев Д.Г. О передвижении гласных в башкирском языке //Учёные записки БГПИ. Серия: Филологические науки. 1955. Вып.8. №2; Халикова Р.Х. К характеристике вокализма башкирского языка //Исследования по грамматике современного башкирского языка. Уфа, 1979; Ишбердин Э.Ф. Ударение и система гласных башкирского языка //Советская тюркология. 1980. №5.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: