Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАБЫРСАҠТАР

Просмотров: 1418

ҠАБЫРСАҠТАР, пластинка айғолаҡлы моллюскылар (Bivalvia), моллюскылар класы. Яҡынса 20 мең төрө билдәле, Донъя океанында, бер аҙ тоҙло һәм сөсө һыуҙа киң таралған. БР‑ҙа 40‑тан ашыу төрө бар, башлыса анодонталар, борсаҡсыҡтар, шаровкалар. Тәне ике яҡлап симметриялы, оҙонлоғо бер нисә мм алып 10 см тиклем һәм унан да ашыу. Кәүҙәнән һәм ҙур шына рәүешле аяҡтарҙан тора, мантия м‑н ҡапланған һәм ике ҡапҡаслы ҡабырсаҡ эсендә урынлашҡан. Ҡабырсағының ҡапҡастары һығылмалы тышҡы конхиолин ярыһы (лигамент) ярҙамында ярым асылған рәүештә тора, 1 йәки 2 ябыусы мускул м‑н ябыла. Башы юҡ. Ауыҙ уйымы кәүҙәһенең алғы осонда аяҡ төбө өҫтөндә урынлашҡан. Ашҡаҙанының эсендә кристалл “һабаҡлы” тоҡ рәүешендәге үҫентеһе бар (аш һеңдереүҙә һәм организмды анаэроб шарттарҙа кислород м‑н тәьмин итеүҙә ҡатнаша). Бауыры, башҡа моллюскыларҙан айырмалы рәүештә, өс өлөшлө. Нервы системаһы 3 пар ганглийҙан тора. Тойоу ағзалары насар үҫешкән. Айғолаҡтар м‑н тын ала. Күпселек төрҙәренең ныҡ ептәр (биссус; улар ярҙамында моллюскылар субстратҡа йәбешә) бүлеп сығарған биссус биҙе бар. Ҡ. айырым енесле (йылға Ҡ., анодонталар), һирәк осраҡта гермафродит (шаровкалар, борсаҡсыҡтар). Аталаныу тышта бара. Күпселек төрҙәрҙең балағорттары (трохофора, велигер) планктондың төп өлөшөн тәшкил итә, йылға Ҡ., анодонталарҙыҡы — глохидиялар балыҡтарҙа паразит булып йәшәй. Ваҡ планктон организмдары (бактериялар, ылымыҡтар һ.б.), детрит (ҡара: Детритофагтар) м‑н туҡлана. БР‑ҙа күлдә, быуала, йылғала, һыуһаҡлағыстарҙа тереклек итә. Ҡ. һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙа ҡатнаша, күп балыҡтар өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡайһы берҙәренең (ябай йылға Ҡ.) ҡабырсаҡтарынан биҙәүестәр эшләйҙәр. Күп төрҙәре (мәҫ., йылға дрейссенаһы), һыу төбөндә өйкөмдәр барлыҡҡа килтереп, судноларға һәм гидротехник ҡоролмаларға зыян килтерә. 

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019