Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ

Просмотров: 887

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ (Dreissena polymorpha), ҡабырсаҡтар төрө. Башлыса сөсө һыуҙа, ш. уҡ Каспий, Азов, Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙә таралған. Ҡабырсағы өсмөйөш формаһында, оҙонлоғо 3—5 см, йәшкелт һары төҫтә, көрән һыҙатлы. Йоҙаҡ тештәре юҡ. Мантияһында аяғын һәм биссусын (беркетеүсе еп) сығарыу өсөн тишек бар. Й.д. — айырым енесле хайуан. Инә заттар йомортҡаларын айғолаҡтарының тышҡы пластинкаларына һала. Балағорто (велигер) бер аҙ ваҡыт йөҙөп йөрөй, аҙаҡ һыу төбөнә төшә һәм биссус ярҙамында субстратҡа берегә. Интенсив үрсеү осоронда балағорттарҙың һаны 1 м3 һыуҙа 50 данаға етеүе мөмкин. Һыуҙағы детрит (ҡара: Детритофагтар), бактериялар, бер күҙәнәкле ылымыҡтар һ.б. м‑н туҡлана. Һыуһаҡлағыстарҙа, йылғаларҙа һәм күлдәрҙә тереклек итә, оло заттар, таштарға, свайҙарға, батҡан ағастарҙың олондарына, суднолар төбөнә һ.б. йәбешеп, хәрәкәтһеҙ йәшәү рәүеше алып бара. Ағиҙел й. Охлебинин а. алып тамағына тиклем, Ҡарман һыуһаҡлағысында йәшәй; 20 б. 30‑сы йй. башында Й.д. һирәкләп Ҡармасан й. тамағында осрай. Й.д. һыуҙы һөҙә һәм уны биол. таҙартыуға булышлыҡ итә. Һыу ятҡылыҡтары төбөндә, гидротехник ҡоролмаларҙың торбаларында һәм һыу ағымдарында ҙур өйкөмдәр барлыҡҡа килтереп, һыуҙың насостарға һәм турбиналарға үтеүен ҡыйынлаштыра. Йәш Й.д. — балыҡтар өсөн аҙыҡ.

Р.Ф.Биккенин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: