Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ

Просмотров: 1085

АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ (Saga pedo), тура ҡанатлылар отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Төньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Тән оҙонлоғо 7,8 см тиклем, йомортҡа һалғысыныҡы — 4,0 см тиклем. Тәне ныҡ һуҙылған, төҫө йәшкелт һарынан көрәнһыу йәшелгә тиклем, ҡабырғалары буйлап һарғылт һоро буй һыҙатлы. Башы үтә ҡыя маңлайлы. Ҡанаттары рудиментар йәки бөтөнләй юҡ. Алғы һәм урта аяҡтарының аҫты сәнскеле. Артҡы аяҡтары һикереү өсөн түгел, йыуан ботло. Партеногенетик юл менән үрсей, ата сиңерткә һирәк осрай. Йомортҡаларын тупраҡҡа берәмләп һала. Балағортоноң оҙонлоғо 1,2 см тиклем; 25 көн үҫешә. А.с. төндә әүҙем. Оло заттар һәм балағорттар башлыса сиңерткәләр, шулай уҡ суфый сиңерткәләр, ваҡ ҡуңыҙҙар һәм ҡандалалар менән туҡлана. БР‑ҙың урман‑дала һәм дала райондарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.12.2022
Связанные статьи: