Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҢҒЫРАУ БӘШМӘК

Просмотров: 827

ҺАҢҒЫРАУ БӘШМӘК (Lycoperdon), базидиомицеттар класының һаңғырау бәшмәк һымаҡтар тәртибенә ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Көньяҡ Американан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 10‑ға яҡын төрө осрай. Емешлек тәненең бейеклеге 1—7 см, киңлеге 2 см тиклем; груша, суҡмар, һирәгерәк шар һымаҡ формала, ултырма йәки ҡатмарлы һабы (емешлек бағанаһы) бар. Емешлек тәненең төбөндә оҙон аҡ тамырға оҡшаш мицелиаль шнурҙар була. Тышсаһы 2 ҡатламдан тора. Экзоперидийы аҡ, ҡыҙғылт һары‑көрән, һоро йәки башҡа төҫтә; сәнскеле, сөйәлле, ваҡ тәңкәле; ҡайһы бер төрҙәренеке — йәбешкәк. Эндоперидийы һарғылт, асыҡ көрән, һорғолт, ерән, шыма, йоҡа ҡабыҡлы; осонда бәләкәй ек бар. Йәш бәшмәктең итсәһе тәүҙә аҡ, аҙаҡ һоро, һары йәки һарғылт йәшел, көрәнһыу йәки ҡуйы ҡыҙыл төҫмөрлө, өлгөргән бәшмәктеке — ҡараһыу көрән; составында базидиоспоралар булған камераларҙан тора. Сапротроф. Тупраҡта йәки серей башлаған ағастарҙа үҫә, болондарҙа, көтөүлектәрҙә, урмандарҙа осрай. Йәш емешлек тәндәре ашарға яраҡлы. Һ.б. ялған һаңғырау бәшмәк затына ҡараған ашарға яраҡһыҙ бәшмәктәрҙе айыра белеү кәрәк, уларҙың итсәһе башта аҡ, һутлы була, һуңынан зәңгәр күк‑ҡара төҫкә инә, ҡатылана, һары тамырҙар барлыҡҡа килә.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019