Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨРКӘ

Просмотров: 729

ӨРКӘ, ө р к ү л ә н (Anthoxanthum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ө. үҫә. Кәүшәк кәҫтәр барлыҡҡа килтерә торған 30—50 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән. Япрағы тар, яҫы. Башағы өс сәскәле, өҫкө сәскәһе ике енесле, аҫҡы 2‑һе тәңкәгә әүерелгән. Сәскәлеге — ҡуйы башаҡ һымаҡ һепертке, май—августа сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь—сентябрҙә өлгөрә. Башлыса аҡланда һәм һыубаҫар болонда үҫә; Башҡортостандың Урал алдының таулы-урманлы зонаһында һәм төньяҡ өлөшөндә таралған. Декоратив үҫемлек, мал аҙығы үҫемлеге; составында кумариндар бар, аҙыҡ-түлек һәм парфюмерия сәнәғәтендә ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023
Связанные статьи: