Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕКОРАТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 2012

ДЕКОРАТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР (лат. decoro — биҙәйем), йәшелләндереүҙә, торлаҡ йорттарҙы, йәмәғәт биналарын биҙәүҙә һ.б. ҡулланылған культуралы һәм ҡырағай үҫемлек төрҙәре. Ағастарға, ҡыуаҡлыҡтарға, күп һәм ике йыллыҡ үҫемлектәргә, йәйгеләргә, ҡыяҡлыларға, һуғанбаштарға һ.б. айырып йөрөтөлә. Декоратив ағастарҙы һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы япраҡлы (һалынҡы ҡайын, аҡ тал һ.б.) һәм ылыҫлыларға (себер артышы, ҡарағай һ.б.), япраҡ ҡойоусы (имән, ҡорос ағас һ.б.) һәм мәңге йәшелдәргә (себер аҡ шыршыһы, себер шыршыһы һ.б.) бүләләр. Парк, сквер, бульварҙар һ.б. төҙөгәндә ҡулланыла, альпинарий, битләүҙәрҙә түшәлеүсе йәки тупраҡты ҡаплаусы үҫемлектәр (казак артышы, горизонталь ҡарағай) файҙаланыла.

 Башҡортостанда йәшелләндереүҙә респ. дендрофлораһы үҫемлектәренең 70‑тән ашыу төрөн, ш. уҡ башҡа тәбиғәт зоналарында үҫкән төрҙәрҙе (каштан, туя һ.б.) ҡулланалар. Декоратив күп йыллыҡ үләндәр — асыҡ грунтта ҡышлаусы үҫемлектәргә һәм тамырһабаҡтарын, тамырҙарын, бүлбеләрен, һуғанбаштарын йәки бүлбе-һуғанбаштарын ҡыш көнө биналарҙа һаҡлауға мохтаж булғандарға; декоратив сифаттары б‑са матур сәскә атыусыларға, декоратив япраҡлыларға, сағыу емешле, нәфис һеперткеле йәки башаҡлы үҫемлектәргә, аҫмалы, сырмалыусан, үрмәле үҫемлектәргә бүленә. Сәскәлектәрҙә, бордюр, вертикаль йәшелләндереү, гөлләмәләр төҙөү өсөн ҡулланыла. БР флораһының ҡырағай төрҙәренән һары умырзая, ҡәнәфер, күк умырзая һ.б. Д.ү. булып тора. Декоратив ике йыллыҡтарға себер эңер миләүшәһе, тау ҡуян кәбеҫтәһе һ.б., ш. уҡ ҡайһы бер күп йыллыҡтар: һаҡаллы ҡәнәфер, гесперис һ.б. инә. Сәскәлектәрҙе биҙәү, миҙгелдән тыш үҫтереү, ҡырҡып алыу, ҡыш көнө көршәктәрҙә үҫтереү, ҡоро гөлләмәләр төҙөү өсөн файҙаланыла. Йәйге Д.ү. (астра, суҡмарбаш, хуш еҫле кәрешкәләр һ.б.) орлоҡтарын 1 вегетация осорона сәсеү юлы м‑н үҫтерелә, уларға сәскән йылды сәскә атҡан, ләкин асыҡ грунтта ҡышламаған ике йыллыҡтар һәм күп йыллыҡтар (арыҫлан ауыҙы, лобелия һ.б.) инә. Матур сәскә атыусыларға (агератум, годеция, космея һ.б.), үрмәләгәндәргә (эт эсәге, хуш еҫле кәрешкә, декоратив фасоль һ.б.), ҡоро сәскәлеләргә (гелихризум, гомфрена, татыр үләне һ.б.), келәм яһаусыларға (алиссум, колеус, сантолина һ.б.), декоратив-япраҡлыларға (кенә уты, һепертке үлән, перилла) бүленә. Сәскәлектәр, ҡаялы тауҙар һ.б. өсөн, бейек үҫеүсе ҡыяҡлылар (мискантус, ҡом һолоһо, тамырсалы суҡҡыяҡ) газон ултыртмаларында солитер сифатында ҡулланыла. Миксбордер, бордюр төҙөгәндә һәм рокарийҙарҙа — ҡыҫҡа тығыҙ ҡыуаҡлы ҡыяҡлыларҙы (альп бажаты, күк бүтәгә һ.б.), газондарҙа тамырһабаҡ‑ҡыуаҡлы һәм кәүшәк ҡыуаҡлы ҡыяҡлыларҙан торған үлән ҡатнашмаларын (бажат, ҡондораҡ төрҙәрен һ.б.) сәсәләр. Ҡамыш гөлдәр ғаиләһе (нәркәс, умырзая), күбәләк сәскәһе һымаҡтар (зәғферән), ләлә һымаҡтар (ләлә, сөмбөл, тюльпан) — декоратив баҡсасылыҡта һәм миҙгелдән тыш үҫтереү өсөн ҡулланылыусы һуғанбашлы һәм бүлбе‑һуғанбашлы үҫемлектәр.

Башҡортостанда Д.ү. өйрәнеү 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Е.Н.Клобукова‑Алисова тарафынан Ботаника баҡса‑институтында башлана, 40‑сы йй. коллекцияны тулыландырыу м‑н О.А.Кравченко, Т.Н.Никитин һ.б. шөғөлләнә. 50‑се йй. алып георгин, бойҙагөл, тюльпан һ.б. күп йыллыҡтарҙы (Кравченко), бер йыллыҡтарҙы (Р.И.Рогова) һәм ағас-ҡыуаҡлы Д.ү. (А.С.Сахарова) систематик рәүештә өйрәнеү алып барыла. 70—80‑се йй. Ҡытай шыҡтымының 6 сортын районлаштырыу (Л.С.Новикова), сиренде селекциялау (Сахарова), бер йыллыҡ Д.ү. өйрәнеү (В.Г.Савко) б‑са эштәр үткәрелә. 90‑сы йй. башынан ғалимдар Д.ү. интродукцияһы һәм селекцияһы (Л.Н.Миронова); бер йыллыҡтарҙың коллекция фондын киңәйтеү (Г.В.Шипаева); иристы (Ә.Ф.Рәхимова), корея хризантемаһын (А.А.Реут, Л.Ә.Төхвәтуллина), георгинды, лилейникты (С.Ғ.Денисова), декоратив ҡыяҡлыларҙы (И.Е.Анищенко), һирәк осраусы ҡырағай Д.ү. (Л.М.Абрамова, О.А.Кәримова һ.б.), оранжерея шарттарында тропик һәм субтропик үҫемлектәрҙе (З.Н.Сөләймәнова) өйрәнеү мәсьәләләре м‑н шөғөлләнәләр. Р.В.Вафин, В.П.Путенихин йәшелләндереүҙә ҡулланылған ағас Д.ү. өйрәнә; Л.С.Никитина экспозицион ландшафт участкаларын төҙөү ысулдарын эшләй. Д.ү. һирәк осраусы төрҙәренең ареалдарын, биологияһын һәм интродукцияһын өйрәнеүҙәр 50‑се йй. 2‑се ярт. — Биология институтында (Е.В.Кучеров, Ә.Х.Ғәлиева, А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов һ.б.), 90‑сы йй. башлап Бөрө социаль‑педагогия академияһында (Н.Н.Минина) алып барыла. Респ. флораһында 500‑гә яҡын Д.ү. төрө асыҡланған, шуларҙың 140‑тан ашыуы БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына (сыбар кәкүк ситеге, һары күбәләк сәскәһе, янтайыусан шыҡтым, сыбар сәскә, нескә бойҙагөл, яҙғы әшәлсә һ.б.; реликттар: түшәлмә бабасыр уты, картуз һымаҡ кәзә һаҡалы, себер флоксы, урал етене һ.б.; эндемиктар: урал ҡәнәфере, эре тәңкәғуҙаҡ һ.б.) индерелгән.

 Әҙәб.: Интродукция и селекция декоративных растений в Башкирии. Уфа, 1978; Ресурсы и интродукция растений в Башкирии: сб. науч. тр. Уфа, 1983; Итоги интродукции и селекции декоративных травянистых растений в Республике Башкортостан: в 2 ч. М., 2006—2007.

И.Е.Анищенко, Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023