Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИЛЕ КИШЕР ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 758

ТИЛЕ КИШЕР ҺЫМАҠТАР (Fumariaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 16 заты, яҡынса 400 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, һирәгерәк Көнсығыш һәм Көнбайыш Африкала таралған. Үләндәр. Башҡортостанда 2 затҡа ҡараған 4 төрө үҫә. Бер, һирәк осраҡта күп һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары һутлы, цилиндр формаһында, түшәлеүсән тарбаҡлы, һирәгерәк төҙ ябай. Япраҡтары ябай, ике тапҡыр өсәрле йәки ике тапҡыр ҡауырһын һымаҡ бүленгән, киҫелгән йәки теленгән өлөшлө, япраҡ ҡолаҡсындары юҡ, һаплы; һабаҡ япраҡтары — сиратлы, тамыр яныныҡылар — таҡыялы. Сәскәләре эре, шәмәхә, ҡуйы ҡыҙыл, тоноҡ һары төҫтә, зигоморф, ике енесле, йышыраҡ икәүле сәскә эргәлеге бар. Касаһы 2 ваҡ ҡойолоусан каса япраҡсаһынан тора, ҡайһы берҙә юҡ. Тажының 4 таж япраҡсаһы бар, уларҙың өҫкөһө оҙонайған ҡыуыш үҫентеле. Һеркәлеге 2 (яҙ йондоҙо) йәки 6 (тиле кишер). Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлектәре суҡ рәүешле. Ситтән, ата серәкәйҙәр, иртә яҙғы себен‑ҡуңыҙҙар, һирәк осраҡта күбәләктәр, бал ҡорттары, иңкештәр һ.б. бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә; үҙенән‑үҙе һеркәләнеүе мөмкин. Емеше — сәтләүек йәки ҡуҙаҡлы төймәлек, орлоҡтары ҡырмыҫҡалар тарафынан таратыла. Пар баҫыуҙарында, юл буйҙарында, урмандарҙа, һирәгерәк болондарҙа һәм а.х. культуралары сәсеүлектәрендә үҫә. Тығыҙ яҙ йондоҙо — декоратив һәм баллы үҫемлек; дарыулы тиле кишер — мал аҙығы үҫемлеге, Шлейхер тиле кишере — ағыулы үҫемлек. Тиле кишерҙең төрҙәре һәм тиле кишер рәүешле яҙ йондоҙо ҡый үләндәре булып тора. Т.к.һ. составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. фармакол. актив матдәләр бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019