Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРПЕ ҮЛӘН

Просмотров: 841

ТЕРПЕ ҮЛӘН, 1) (Echinochloa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле; ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Т.ү., йәки тауыҡ (әтәс) тарыһы үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки аҫҡы өлөшөндә быуын рәүешле бөгөлгән, оҙонлоғо 4—100 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, төкһөҙ, ситтәре осло, ҡытыршы. Ваҡ бер сәскәле башаҡтары ҡуйы һепертке сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — йомортҡа формаһында, осло, ялтыр, йәшкелт аҡ төҫтәге бөртөксә, июль—окт. өлгөрә. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, дымлы болондарҙа, баҫыуҙарҙа, юл буйҙарында үҫә. Мал аҙығы үҫемлеге. Иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, аралыҡлы культураларҙың сәсеүлектәрендәге яҙғы һуң ҡый үләне; бигерәк тә һуғарыулы игенселек райондарында зарарлы. Шытымын тупраҡта 5 йылға тиклем һаҡлаған орлоҡтарҙан үрсей (бер үҫемлектә 1‑ҙән алып 6 меңгә тиклем һәм унан да күберәк орлоҡсалар барлыҡҡа килә). Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: туңға һөрөү, шытымға тиклемге һәм шытымдан һуң тырматыу, рәт араларын эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б. 2) Анабазис, йәки терпе үлән (Anabasis), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Көньяҡ Европанан, Төньяҡ Африканан алып Үҙәк Азияға тиклем һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Башҡортостанда аҡбур анабазисы үҫә. Бейеклеге 5—10 см булған ярым ҡыуаҡлыҡ. Һабағы күп һанлы булған дүрт ҡырлы, быуынлы, тығыҙ урынлашҡан, мурт. Япрағы ваҡ, тәңкә рәүешендә, өсмөйөш йәки йомортҡа формаһында, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәһе ваҡ, күркһеҙ, ике енесле; сәскә яны япрағы ҡуйынында берәмләп урынлашҡан, ҡуйы башаҡ кеүек сәскәлектәр барлыҡҡа килтерә. Июль—авг. сәскә ата. Емеше еләк һымаҡ, ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл төҫтә, авг.—сент. өлгөрә. Далаларҙа эзбизташ, ҡырсынташ, аҡбур һәм мергель яланғаслыҡтарында ҙур булмаған төркөмдәр м‑н үҫә. Башҡортостандың Урал аръяғында 1 пунктта (Хәйбулла р‑ны, Мәмбәт а. көнбайышҡа табан) осрай. Ағыулы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: Ф и с ю н о в А.В. Сорные растения. М., 1984; П у п о н и н  А.И., З а х а р е н к о  А.В. Управление сорным компонентом агрофитоценоза в системах земледелия. М., 1988; К и р а е в Р.С. Сорные растения и регулирование их численности в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Ә.Х.Ғәлиева, Р.С.Кирәев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019