Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАМСАТ СӘСКӘ

Просмотров: 750

ҠАМСАТ СӘСКӘ, д е л ь ф и н и у м (Delphinium), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Африканың тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, ябай, тигеҙ япраҡланған, бейеклеге 50—200 см. Япрағы бармаҡ һымаҡ теленмә, һаплы, сиратлы. Сәскәһе дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, төҫө зәңгәрҙән алып шәмәхәгә тиклем. Сәскәлеге суҡ йәки һепертке һымаҡ. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, авг.—сент. өлгөрә. Бейек Ҡ.с. ҡатнаш һәм һыубаҫар урманда үҫә, бөтә респ. таралған; альп Ҡ.с. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөнөң урман һәм яланғас бүлкәттәрендә, селтәр Ҡ.с., шына Ҡ.с. — болонло дала, урман дала, һирәгерәк дала һәм урман зоналарында ҡыуаҡлыҡта, зәңгәр уймаҡ сәскә — Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура һәм Йылайыр р‑ндарының болонло далаларында үҫә. Ҡ.с. — декоратив, буяу, ағыулы үҫемлек. Селтәр Ҡ.с. һәм бейек Ҡ.с. — дарыу үҫемлектәре. Ҡ.с. баҡса формалары киң үҫтерелә. Зәңгәр уймаҡ сәскә — эндемик, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019