Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАНДБОЛ

Просмотров: 1181

ГАНДБОЛ (ингл. hand – ҡул һәм ball – туп), ҡул тубы, спорт төрө, спортсылар тупты һауала ҡулдары м-н партнёрҙарына тапшырып, ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына индерергә ынтылған командалы спорт уйыны. Г. б‑са беренсе секциялар  20 б. 60-сы йй. башында Өфөлә (ӨНИ, Резина-техник изделиелар з‑ды, Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы эргәһендә), ш. уҡ Белорет, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ һ.б.ҡалаларҙа асыла. Өфөлә 1980 й. — 10-сы ДЮСШ-ла (ҡара: Олимпия резервы спорт мәктәбе №10), 1989 й. 13-сө ДЮСШ-ла (ҡара: Олимпия резервы спорт мәктәбе №13) Г. бүлектәре асыла. Г. б-са респ. СССР-ҙың тәүге спорт мастеры — СССР чемпионатының көмөш призёры В.Печенин (1962). БАССР-ҙың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы 1970 й. РСФСР халыҡтарының йәйге спартакиадаһы финалында сығыш яһай. ӨНИ-нең ирҙәр командаһы, РСФСР беренселегендә еңеү яулап (1977), СССР чемпионатының беренсе лигаһына сыға; 1998 й., Рәсәй беренселегенең беренсе лигаһында бронза приз яулап, Рәсәй чемпионатының юғары лигаһына сыға. “Химик” ирҙәр командаһы (Стәрлетамаҡ) – РСФСР чемпионатының бронза призёры (1989). “Алиса” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы (Өфө) – юғары лигала Рәсәй чемп. (2004) һәм Рәсәй чемпионаттарының (2003, 2011—12) бронза призёры, 2004—09 йй. Рәсәй чемпионатының суперлигаһында сығыш яһай. 13-сө СДЮСШОР командаһы – ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемп. (2006). Респ. 13-сө СДЮСШОР, ДЮСШ-тарҙа 2 бүлек, 6 секция эшләй, уларҙа 1 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2012). 1967 й. алып БР Г. федерацияһы эшләй. Г. м-н тренерҙар Р.Ғ.Вәхитов, А.И.Иҡрамов, А.А.Красулин, Е.С.Лютров, И.В.Новиков, М.Ә.Ноғоманов, А.Р.Саҡаев, О.Г.Сапунков, В.Н.Семёнов, Д.Г.Тетерин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

И.В.Новиков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019