Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ДИУАНУ ЛӨҒӘТ ӘТ‑ТӨРК”

Просмотров: 1883

“ДИУАНУ ЛӨҒӘТ ӘТ‑ТӨРК” (“Төрки телдәр һүҙлеге”), төрки телдәрҙең тәржемә-аңлатмалы һүҙлек-тезаурусы. 1072—74 йй. Мәхмүт Ҡашғари тарафынан төҙөлә. “Д.л.әт‑т.”тә бик күп лингв., тарихи‑мәҙәни һәм этнографик материал йыйылған һәм дөйөмләштерелгән. Китаптың инеш өлөшөндә төрки ҡәбиләләр, уларҙың географияһы, телдәре, башҡа халыҡтар м‑н мөнәсәбәттәре т‑да белешмә бирелгән; атап әйткәндә, башгырт (ҡара: Башҡорт) ҡәбиләһе теленең ҡыпсаҡ, уғыҙ, тухсы, сигел, йәгмә һ.б. ҡәбиләләр теленә яҡын торғанлығы билдәләнгән; ҡайһы бер төрки телдәрҙең, ш. иҫ. башҡорт теленең, дөйөм фонетик үҙенсәлектәре айырып күрһәтелгән: һүҙ башында [й] тартынҡыһы, һүҙ башында һәм уртаһында [д] урынына һаңғырау [т] тартынҡыһы ҡулланылыуы; [ң] фонемаһының булыуы һ.б. Төрки ҡәбиләләренең урынлашыуы т‑да “Д.л.әт‑т.”тең ҡушымта картаһы белешмә бирә; унда башҡорттарҙың йәшәгән ере Иртыш й. үрге ағымында, тип билдәләнә. Һүҙлек төрки ҡәбиләләрҙең әүҙем лексик байлығындағы 8 мең тирәһе берәмекте үҙ эсенә ала. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм миҫалдарҙың тәржемәһе ғәрәп телендә бирелгән; төрки һүҙҙәрҙең транскрипцияһын биреү өсөн өҫтәлмә билдәләр м‑н ғәрәп графикаһы ҡулланылған. Лексик берәмектәр хәрефтәр һаны б‑са төркөмләнгән, һүҙлек мәҡәләләре һәр төркөм эсендә ғәрәп алфавиты б‑са урынлаштырылған. Ҡайһы бер аңлатмалар һүҙҙең теге йәки был ҡәбиләгә ҡарағанлығы, һүҙ ҡулланылышы һәм әйтелеше үҙенсәлектәре, грамматик һәм фонетик билдәләре т‑дағы мәғлүмәттәрҙе, этимологик белешмәләрҙе үҙ эсенә алған. Үрнәк сифатында синтаксик конструкция моделдәре, төрки халыҡтарҙың ауыҙ‑тел ижады өлгөләре (дастандар, мәҡәлдәр, мәрҫиәләр, хикмәттәр, әйтемдәр һ.б.) килтерелгән. Һүҙлектә тәүге тапҡыр телдәрҙе сағыштырма‑тарихи өйрәнеү ысулы файҙаланылған, төрки телдәрҙе фонетик һәм грамматик үҙенсәлек уртаҡлыҡтары нигеҙендә классификациялау ынтылышы яһалған, айырым телдәрҙең үҙенсәлектәре асыҡланған. Һүҙлек әзербайжан, төрөк, үзбәк, уйғыр, немец һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. “Д.л.әт‑т.” материалдары “Боронғо төрки һүҙлегенә” (“Древнетюркский словарь”; Л., 1969) ингән. Мәх мүт Ҡашғариҙың автографы табылмаған; 1266 й. сүриәле Мөхәммәт ибн Әбүбәкер әл‑Димашки эшләгән берҙәнбер күсермә Истанбул ҡ. (Төркиә) Милли китапханала һаҡлана.

Әҙәб.: Шакиров З.Ш. Мәхмүд Ҡашғариҙың “Китаб: Дивани лөғәтит-төрк” исемле әҫәре //Башҡорт аймағы. 1928. №6; Гарипов Т.М. Махмуд Кашгари и кыпчакские языки Урало-Поволжья //Советская тюркология. 1972. №1; Кононов А.Н. Махмуд Кашгарский и его “Дивану лугат-ит турк” //Шунда уҡ; Ahmet Zeki Velidi Togan. “Divan-i Lugat ut-Turk”un telif senesi hakkinda //Atsiz Mecmua. 1932. №1.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019