Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРЕТ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

Просмотров: 583

БЕЛОРЕТ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, п р о и з в о д с т в о  б ү л е г е. Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Туҡан руднигы булған Белорет металлургия комбинатын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын, Куйбышев тимер юлының Ҡарлыман— Белорет участкаһын һ.б., электр энергияһы менән тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Белорет ҡ., район диспетчер пункттары Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил райондарында урынлашҡан. Дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 1126,7 МВ.А булған 35—500 кВ көсөргәнешле 35 электр подстанцияһын, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 4446 км) һәм 35—500 кВ (1412 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линияларын үҙ эсенә ала. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 19648 шартлы берәмек тәшкил итә.

 1969 й. Башкирэнерго”ның Урал аръяғы электр селтәрҙәрен (1964 й. тиклем “Сельэнерго” Учалы район электр селтәрҙәре) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑ның, 2005 й. башлап “БашРЭС—Белорет”тың (“Башкирэнерго” ЯСЙ филиалы) хәҙерге исемде йөрөткән филиалы.

Ш.Ғ.Китабов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023