ДӘМИНЕВ Дим Абдрахман улы
ДӘМИНЕВ Дим Абдрахман улы (19.6.1942, Чкалов өлк. 2-се Зубочистка а. ‒– 23.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы (1982), Журналистар союзы ағзаһы. Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1965— 74 йй. Ырымбур өлк. район һәм өлкә гәз. редакцияларында эшләй. 1975 й. алып “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире, 1977 й. — яуаплы секретарь урынбаҫары, 1978 й. яуаплы секретары; 1979 й. башлап Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире, 1981 й. — баш мөхәррире; 1991 й. алып “Истоки” гәз. яуаплы секретары. “Ҡайтыу” (“Возвращение”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 й. сыға. Д. шиғриәтенә донъяны нескә лирик һиҙемләү, кинәйәлелек, аныҡ формалар, сағыу шәхси үҙенсәлектәр хас. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған шағирҙарҙың (Х.Ҡунаҡбай, Б.Моҡамай, М.Хәй) тормошо һәм ижады т‑да очерктар, уларҙың урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫ. тупланған “Барлау” (“Перекличка”; 1984) китабы авторы. Ә.Вәлиҙең “Май ямғыры” (“Майский дождь”; 1988) романын; М.Ғафури, Ғ.Ғүмәр, А.Игебаев, С.Ҡудаш һ.б. шиғырҙарын; “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтығына ингән байтаҡ башҡ. халыҡ әкиәттәрен һәм йырҙарын урыҫ теленә тәржемә иткән. Шағир уҡыған Ырымбур өлкәһе Чесноковка а. мәктәбендә уның музей мөйөшө ойошторолған.
Әҫәрҙ.: Глаза природы: стихи. Уфа, 1982.
С.Ғ.Сафуанов
Л.Н.Абдрахманова