Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРАЙ РАЙОНЫ

Просмотров: 1754

БОРАЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл һәм Тәтешле, көнсығышта — Балтас һәм Мишкә, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайышта — Бөрө һәм Дүртөйлө, көнбайышта Ҡалтасы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары индерелә (ҡара: Административ район). 1963—65 йй. Б.р. составына Балтас р‑ны терр‑яһы инә. Майҙаны — 1814 км2. Адм. үҙәге — Борай а., Өфөнән төньяҡҡа 152 км һәм Яңауыл т. юл ст. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 68 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 58,1; 1959 — 47,3; 1989 — 29,7; 2002 — 28,3; 2010 — 25,1. Милли составы (2002): башҡорттар — 69,3%, татарҙар — 21,6%, удмурттар — 5,2% һ.б. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 13,9 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 95 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Борай (9,5 мең кеше), Салҡаҡ (0,7 мең), Яңы Бикмәт (0,4 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Б.р. Бөрө биләне һәм Башҡорт көмбәҙенең ситке зонаһы сиктәрендә ята. Агрономик мәғдән (Ҡаратамаҡ), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Липовка, Үрге Липовка), балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Борай, Әжәк), ер аҫты һыуҙары (Борай), нефть ятҡылыҡтары (Борай нефть ятҡылығы, Баръяҙы һ.б.) асылған. Климаты континенталь, бер аҙ ҡоро. Уртаса йыллыҡ т‑ра — 2°С, ғин. уртаса т‑ра — -16°С, июлдә — 19°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 550 мм, йылы осорҙа — 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Ағиҙел, Тере Танып йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Район терр‑яһында Көмөшлө, Ҡаратамаҡһаҙ һаҙлыҡтары бар. Туғай һәм һоро урман тупраҡтары, йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ таралған. Урмандар (күбеһенсә киң япраҡлы һәм ылыҫлы) дөйөм район майҙанының 20%‑ын биләй, терр‑яның күпселек өлөшө һөрөлгән. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора.

2017 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 128,6 мең га (дөйөм майҙандың 71%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтөерҙәр — 80,5, сабынлыҡтар — 18,7, көтөүлектәр — 29,1; урмандар майҙаны — 37,1, ер өҫтө һыуҙары — 3,1. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [10 ЯСЙ, 50‑нән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы] борсаҡ, иген культуралары (ужым арышы,яҙғы бойҙай), картуф, ҡарабойҙай үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, йылҡы, һарыҡ үрсетеүгә махсуслаша. Район терр‑яһында урман хужалығы урынлашҡан. Нефть промыслалары, “Газ‑сервис” ААЙ‑ының район идаралығы, “Капелло” ЯСЙ, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы эшләй. Район терр‑яһынан Өфө—Бөрө—Яңауыл, Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе (Пермь өлк.), Дүртөйлө—Борай автомобиль юлдары үтә. Б.р. төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда Башҡорт төньяҡ‑көнбайыш а.х. колледжы филиалы, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 9‑ы урта мәктәп, ш. иҫ. Борай урта мәктәбе №1, Салҡаҡ урта мәктәбе,3 төп, башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, 2 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 өҫтәлмә белем биреү ойошмаһы, 13 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, балалар сәнғәт мәктәбе; үҙәк район һәм ауыл амбулаториялары, 48 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 40 клуб учреждениеһы, 27 китапхана, Р.Ғәлиева ис. Мәҙәниәт йорто бар. 14 халыҡ һәм 3 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Алға” гәз. нәшер ителә.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: