Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРАЙ, ауыл

Просмотров: 1273

БОРАЙ, ауыл, Борай р‑ны (1930 й. алып) һәм Борай а/ с үҙәге. Өфөнән Т. 152 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Һары й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Бөрө—Яңауыл, Дүртөйлө—Борай, Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе (Пермь крайы) автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 4,1; 1920 — 4,3; 1939 — 4,0; 1959 — 3,9; 1989 — 7,7; 2002 — 8,9; 2010 — 9,5 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, гимназия, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Борай урта мәктәбе №1), 4 балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, Балалар ижады үҙәге, ДЮСШ, мәҙәниәт йорто (8 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. Борай татар халыҡ театры, “Дуҫлыҡ”, “Ынйылар”), балалар китапханаһы, Борай музейы, 2 мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 17 б. башынан билдәле. Борай Ерғиҙин исеме м‑н аталған. 1795 й. 98 йортта 713 кеше йәшәгән, 1865 й. 450 йортта — 2682 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Б. улус идараһы урынлашҡан, 4 мәсет, 5 училище, 4 тирмән, 40 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 6 мәсет, 4 мәҙрәсә, урыҫ-башҡ. мәктәбе, 3 һыу тирмәне, галантерея, мануфактура һәм 20 бакалея кибете, мөгәзәй, китапхана-уҡыу бүлмәһе, фельдшерлыҡ пункты, почта-телеграф бүлексәһе теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан; кәсептәр араһында ш. уҡ сауҙа итеү булған. Ф.Ф.Абазов, А.Т.Килмәтов, В.Н.Лобов, Ғ.М.Мортазин, Р.И.Сәфиуллин, Г.Л.Шәрипов, М.В.Әмиров, Ҡ.З.Әхмәров, Р.М.Әхмәтйәнов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ә.Ғафаров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019