Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИЕВ Ғатаулла Фәсхетдин улы

Просмотров: 1453

ҒӘЛИЕВ Ғатаулла Фәсхетдин улы [16.9.1861, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1939, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә(1881—86), Троицк ҡ. мәҙрәсәлә (1886—92) уҡыған. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. 1892—1929 йй. тыуған ауылында мөҙәрис, мулла була. Ғ. ижадында төп урынды фәлсәфәүи лирика биләй. Автор йәшәү м‑н үлем, ваҡыт м‑н мәңгелек һымаҡ йәшәйештең мәңгелек һорауҙарына мөрәжәғәт итә: “Кеше ғүмере”, “Бәхет ҡайҙа?”, “Асыу хаҡында”, “Тәржемәи хәл”. Ғ. ижадына Аҡмулла шиғриәте һиҙелерлек йоғонто яһай. “Ғилем хаҡында йәштәргә бер һүҙ”, “Тел хаҡында”, “Әҙәбиәт —әхлаҡ” һ.б. шиғырҙарында автор белемгә эйә булырға саҡыра, кеше аҡылының сикһеҙ мөмкинлектәре т‑да һөйләй. Шағир ижадында йомаҡтар, мәҫәлдәр, әйтемдәр, ш. уҡ ғәзәлдәр, мәҫнәүиҙәр, робағиҙар урын алған. Ғ. әҫәрҙәренең бер өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән. Ғ. ҡулъяҙмалары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Г а л и н С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижады. 2-се баҫ., үҙгәрешле. Өфө, 2009.

С.Ә.Галин, Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: