Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВА Тамара

Просмотров: 1688

ҒӘНИЕВА Тамара (Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы) (25.1.1951, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Кинйәбай а.), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2019), БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1978). 1970 й. алып Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында, 1978 й. — Респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһында (Стәрлетамаҡ ҡ.), 1980 й. — “Ленинец” гәз., 1982 й. — БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында, 1989 й. — “Ағиҙел” ж., 2009—13 йй. —“Панорама Башкортостана” ж. эшләй. “Осрашырбыҙ әле” исемле тәүге китабы 1980 й. сыға. Ғ. ижадында фәлсәфәүи һәм интим лирика ҙур урын алып тора. “Ҡыпсаҡтар” (1994), “Арҡайым” (1997), “Аҡыҡ көмбәҙҙәр” (2001) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙары башҡорт халҡының тарихи үткәненә арналған. Ю.А.Андрианов, Н.Л.Грахов, Ю.А.Денисов, Р.В.Паль шиғырҙарын, Н.С.Гумилёв, Лопе де Вега, А.Камю, Ф.Шиллер пьесаларын һ.б. башҡорт теленә тәржемә иткән. “Уйсандар, һеҙгә өндәшәм” (2009) китабына әҙәбиәт ғилеме б‑са тикшеренеүҙәр һәм публицистик әҫәрҙәр ингән. Ғ. “Тамарис” трагедияһы Сибай башҡорт драма театрында ҡуйылған. Ғ. шиғырҙарына А.Х.Ғабдрахманов, Ф.Ф.Иҙрисов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б. комп. йырҙар яҙған. Р.Ғарипов ис. (1998), Ф.Кәрим ис. (2004), Б.Бикбай ис. (2013) пр., “Һүҙҙәрҙе бәйләүсе еп” Бөтә Рәсәй  әҙәби пр. (“Словес связующая нить”, 2015) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Кейек ҡаҙҙар: шиғырҙар. Өфө, 1984; Уйлы сағым: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1991; Мөхәббәткә генә ышанам. Өфө, 2006.

Әҙәб.: Хәбиров Ә.Х. Йәнле шишмәләр: ижади портреттар. Өфө, 1996.

А.Г.Хөсәйенов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: