Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӘРӘЕВ Әмир Сәлимгәрәй улы

Просмотров: 1196

ГӘРӘЕВ Әмир Сәлимгәрәй улы [18.2.1928, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 2.11.2008, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). БДУ-ны тамамлаған (1961). 1953 й. алып “Совет Башҡортостаны" гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1958 й. – бүлек мөдире, 1962 й. – яуаплы секретары; 1971 й. башлап Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш мөхәррире; 1975 й. алып “Ағиҙел" ж. яуаплы секретары, 1978–88 йй. баш мөхәррире. “Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ" исемле тәүге китабы 1973 й. сыға. “Аҡсарлаҡтар һыуға төшә" (1975), “Диңгеҙ елдәре" (1980), “Һандуғас сыбығы" (1994) һ.б. хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтарының төп темаһы – хәрби моряктар тормошо. “Боролмала" (1988) повесында үҙгәртеп ҡороу осорондағы ауыл тормошо һүрәтләнә. С.Т.Айытматовтың “Хуш, Һарыгөл!", (“Прощай, Гульсары!"; тәрж. 1984) повесын, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Яҙым минең – яҙмышым" (“Весна, похожая на крик"; тәрж. 1984), Ғ.Ахуновтың “Ғәббәс хәҙрәт" (тәрж. 1996) романдарын һ.б. башҡортсаға тәржемә иткән. “Почёт Билдәһе" орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Әҫәрҙ.: Мичман улы: хикәйәләр. Өфө, 1998; Диңгеҙ бүреһе йәнә бүтән хикәйәләр. Өфө, 2003; Йылмайыу һис кемдең дә эсен тишмәҫ: һайланма хикәйәләр көлтәһе. Өфө, 2008.

М.Ф.Ғәйнуллин, Ф.Б.Юнысова

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: