Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИПОВА Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы

Просмотров: 1437

ҒАРИПОВА Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы (22.9.1947, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Күсей а.), прозаик, драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2018). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) ТТӘИ‑лә, 1975 й. алып Йылайыр р‑ны, Баймаҡ һәм Учалы ҡҡ. белем биреү учреждениеларында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында (1995—96 йй. баш мөхәррир) һ.б. эшләй; 2000—03 йй. “Ватандаш” ж. хеҙм‑ре. “Ялан сейәһе” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 й. сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә Ғ. юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. “Ай менән Ҡояш бер генә” (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата-әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. “Бөйрәкәй” (1997—2004; урыҫса тәржемәһе 2009) роман-эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уны үҙенсәлекле итә, бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүерен күҙалларға мөмкинлек бирә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙыра. Ғ. “Ямғыр көткәндә”, “Бәхеткә ҡасҡандар”, “Ғилмияза” һ.б. пьесалар авторы, улар БР театрҙарында сәхнәләштерелгән. “Йәй ташы” пьесаһы б‑са 2002 й. “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” нәфис фильмы (реж. Б.Т.Йосопов, “Башҡортостан” к/ст) төшөрөлә һәм ул “Сталкер” (2002; Мәскәү), БДБ илдәренең һәм Балтияның “Киношок” (2004; Анапа), “Алтын Мөнбәр” мосолман киноһы (2005; Ҡазан) һ.б. халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2006).

Әҫәрҙ.: Күгәрсен йыры: хикәйәләр. Өфө, 1987; Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ. Өфө, 1999.

Әҙәб.: Аҙнағолов Р.Г. Өйөрмәле йылдар ауазы: Таңсулпан Ғарипова ижады. Өфө, 2005; Муллағолова Ә.М. Бер тамсыла ҡояш сағыла. Өфө, 2011.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: