Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘҘЕЛШИН Кәшфелғилем Фәйрүша улы

Просмотров: 962

ҒӘҘЕЛШИН Кәшфелғилем Фәйруша улы [3.8.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әкәнәй а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 8.11.2017, Өфө], режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын (1938; Х.Бохарский курсы), А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин‑тын (1958; Л.С.Вивьен курсы) тамамлаған. 1938—39 йй. Ҡыйғы колхоз‑совхоз театры режиссёры. 1946—53 йй. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһында уҡыта. 1958—59 йй., 1962—66 йй. БАДТ режиссёры. 1959 й. башлап БАССР МС‑ының Радио тапшырыу һәм ТВ б‑са ком‑тында, 1960 й. – ТАССР МС‑ының Радио тапшырыу һәм ТВ ком‑тында баш режиссёр. 1963 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры режиссёры, 1966—68 йй. дир., 1970—77 йй. баш режиссёры, бер үк ваҡытта 1963—74 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының театр бүлеге мөдире.

Ғ. режиссёр эштәре сәхнә әҫәрҙәренең киҫкен хәрәкәтле һәм аныҡ булыуы м‑н айырылып тора. Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында һәм Башҡорт драма театрында тыуған ил һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре б‑са бер нисә спектакль ҡуйған: И.Ә.Абдуллиндың “Ал яулыҡ” (дебют, 1939), Л.Н.Толстойҙың “Тере мәйет”, Э.Альттың “Һуҡыр” һ.б. Ҡурсаҡ театрында Ғ. башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренән репертуар формалаштырыуға булышлыҡ иткән: Абдуллиндың “Гәрәбә күҙ”, К.М.Аҡбашевтың “Һыу урлау”, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Өс итек таҙартыусы” (“Три чистильщика сапог”), Ф.Ә.Иҫәнғоловтың “Тылсымлы ҡойроҡло тейен” (“Белка — волшебный хвост”) һ.б. Яҡынса 20, ш. иҫ. А.Гайдарҙың “Хәрби сер, Кибальчиш малай һәм уның ныҡлы һүҙе тураһында әкиәт” (“Сказка о Военной тайне, о Мальчише‑Кибальчише и его твёрдом слове”) әҫәре б‑са В.Лебедев һәм А.Кирилловскийҙың “Кибальчиш малай” (“Мальчиш‑Кибальчиш”), И.П.Токмакованың “Батыр йөрәкле Манук” (“Манук — отважное сердце”), А.С.Фәтҡуллиндың “Бөркөт балаһы ҡанат йәйә” (“Орлёнок учится летать”) постановкалары балалар психологияһын яҡшы белеү, хис‑тойғолар йоғонтоһоноң тәрәнлеге м‑н айырылып тора. Уҡыусылары араһында Ф.А.Бәкеров, Н.М.Бәкерова, Р.Ф.Әминев, Ғ.Әмирханова бар.

М.С.Фәттәхетдинова

   Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: