Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО

Просмотров: 1659

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО, киносәнғәт төрө, әҫәрҙәге ысын булған ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе төшөрөп монтажлау, уларҙы һынлы кәүҙәләндереү һәм диктор тауышы м‑н аңлатма биреү ярҙамында ижад ителә. Д.к. жанрҙары: кинохроника, киноконцерт, киножурнал, репортаж, очерк, кинопублицистика. Башҡортостан т‑да тәүге документаль фильмдарҙы 1909 й. Екатеринбург ҡ. хроникасыһы В.Л.Метенков төшөрә: “Урал күренештәре” (“Виды Урала”), “Алтын приискыларын эшкәртеү” (“Разработка золотых приисков”). Башҡорттарҙың традицион эсемлеген әҙерләү т‑да “Ҡымыҙ” (“Кумыс”; 1915) фәнни-популяр фильмын — “Гомон” француз фирмаһының Мәскәү бүлеге, башҡ. халҡының хужалыҡ итеү рәүеше һәм мәҙәниәте т‑дағы “Ҡылғанлы далалар” (“Ковыльные степи”; 1916) этнографик фильмын тәүге урыҫ киноэшҡыуары А.А.Хаджонков фирмаһы сығара. Ҡыҙыл Армия Көнсығыш фронтта һөжүмгә күскән ваҡытта “Өфөгә табан юлда” (“На пути к Уфе”; реж. һәм операторы П.В.Ермолов) һәм “Урал. Колчак фронты” (“Урал. Колчаковский фронт”; реж. Л.В.Кулешов, операторы Э.К.Тиссэ; икеһе лә — 1919) фильмдары төшөрөлә. 1923 й. Башҡортостан һәм Силәбе өлк. сәнәғәт пр‑тиеларын тергеҙеү, уларҙың эше т‑да “Урал сәнәғәте” (“Уральская промышленность”; реж. Е.А.Иванов-Барков, операторы А.Г.Лемберг, А.А.Рылло, Тиссэ) документаль фильмдар серияһы ижад ителә. 1925 й. Башҡортостан кинодокументалистары дебюты була: Башҡ‑н мәғариф ХК‑ның фотокино бүлеге “Башҡортостан комсомолдары съезы” (“Съезд комсомола Башкирии”), “Өфөлә Беренсе май тантаналары” (“Первомайские торжества в Уфе”) һәм “Һабантуйҙы байрам итеү” (“Празднование сабантуя”) документаль фильмдарын (реж. Н.Генерозов, операторы Л.С.Гродский) төшөрә. 30‑сы йй. Д.к. өҫтөнлөк итеүсе жанр — очерк, төп тема индустриялаштырыу, респ. соц. һәм мәҙәни тормошо була: “Ҡыҙыл Башҡортостан” (“Красная Башкирия”; реж. һәм операторы В.А.Массино), “Өфөлә үҙәк электростанцияға нигеҙ һалыу” (“Закладка центральной электростанции в Уфе”; реж. һәм операторы Гродский; икеһе лә — 1929), “Башҡорт ҡатынҡыҙы” (“Башкирка”), “Азия сигендә” (“На границе Азии”), “Совет әкиәте” (“Советская сказка”; бөтәһенең дә — реж. һәм операторы Н.Д.Анощенко), “Сәнғәт олимпиадаһы” (“Олимпиада искусств”; реж. В.А.Ерофеев, операторы И.И.Беляков) киноконцерты, “Урал нефть вышкалары” (“Уральские нефтяные вышки”; реж. Д.Желябужский, операторы П.В.Мосягин; бөтәһе лә – 1930). Башҡортостанда даими кино төшөрөү 1932 й. СССР ХКС‑ы эргәһендәге Кинематография эштәре б‑са ком‑ттың Өфө кинохроника студияһы асылғандан һуң башлана: “Ямантау түбәһенә” (“К вершине Яман-Тау”; 1932; реж. А.Чигинский, операторы Л.Колсанов), “Данлы юбилей” (“Славный юбилей”, 1939; реж. А.А.Литвинов, операторҙары Ғ.Ғ.Әмиров, С.А.Семёнов, А.Я.Сухов), “Икенсе Баҡы” (“Второе Баку”; 1940; реж. Н.Вейланд, операторы Әмиров). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлыса Әмиров төшөргән хроника сюжеттары респ. кинопублицистикаһы үҫеше өсөн төп материал була. 40‑сы йй. аҙ. алып республиканың соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошо “Волга буйы” (“Поволжье”; Куйбышев кинохроника студияһы) һәм “Совет Уралы” (“Советский Урал”; Свердловск к/ст) бөтә Союз киножурналдарында яҡтыртыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа респ. халыҡ хужалығын тергеҙеү “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”; 1949; сценарисы Ә.Һ.Бикчәнтәев, реж. Д.А.Дальский, операторы Әмиров), “СССР киноатласы” (“Киноатлас СССР”) циклына ингән тәүге төҫлө “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”; 1951; сценарисы Бикчәнтәев, реж. С.Соловьёв, И.С.Шапиро) фильмдарында һүрәтләнә. Республикала нефть индустрияһы үҫеше һәм төбәктәге уның м‑н бәйле үҙгәрештәр “Башҡортостан нефтселәре” (“Нефтяники Башкирии”; 1952; реж. Дальский, операторы Н.Степанов; бөтәһе лә — Куйбышев кинохроника студияһы), “Башҡортостандың тәрән нефте” (“Глубокая нефть Башкирии”; 1983; сценарисы В.Хәйҙәров, реж. П.В.Ермольев, операторы В.Максимов) һ.б. сағылдырыла. Кинокүҙәтеүҙәрҙе материалды драматургик ойоштороуҙың төрлө формалары м‑н берләштереп файҙаланыу Мәскәү, Ленинград һәм Свердловск кинематографистары төшөргән М.Кәрим, М.Ғ.Гәрәев, С.Д.Тавасиев, Ғ.Ф. Ҡадиров т‑дағы киноочерктарҙа шәхси характерҙарҙы өйрәнеү мөмкинлеген бирә. “Дала Батыры” (“Степной Батыр”; нефтехимиктар ҡалаһы Салауаттың төҙөлөүе т‑да; 1960; сценарисы Р.Ғ.Хәкимов, реж. Н.Саватеев, операторҙары Әмиров, Е.Соколов), “Башҡортостан тураһында йыр” (“Песнь о Башкирии”; 1971; сценаристары Д.М.Радовский, Г.С.Кушнеровская, реж. В.Е.Волянская, Л.И.Рымаренко) һ.б. фильмдарҙа ысынбарлыҡҡа поэтик аңлатма бирелә. 80‑се йй. аҙ. кинематографистар яңынан кинопублицистика жанрына мөрәжәғәт итә: “Нисек экстремист булырға” (“Как стать экстремистом”; Башҡортостандағы милләт‑ара мөнәсәбәттәр т‑да; сценарисы һәм реж. В.Т.Голубниченко, Ростов кинохроника студияһы), “Аманаттар” (“Заложники”; Оло Теләк аварияһы эҙемтәләре т‑да; сценарисы Д.Бычков, реж. В.В.Хоменко, Свердловск к/ст; икеһе лә — 1989). 1967 й. алып документаль фильмдар ш. уҡ “Башҡортостан” ДТРК‑нда (ҡара: Телевизион фильм), 70‑се йй. башынан “Авангард”, “Зёрнышко”, “Ҡармасан”, “Урал” һәүәҫкәр к/ст, “Ағиҙел” кинофотоклубында (ҡара: Һәүәҫкәр кино), 1990 й. башлап “Башҡортостан” к/ст төшөрөлә.

Әҙәб.: Янгиров Рад.М., Янгиров Раш.М. Кино в Башкортостане. Уфа, 2001.

Рад.М. һәм Рәш.М.Йәнгировтар

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2021
Связанные темы рубрикатора: