Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ

Просмотров: 1392

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ, дөрөҫ мәғәнәүи тәржемә м‑н фильмдың фонограммаһын икенсе телдә әҙерләү. К.д.я. техникаһы айырым фразалар һәм телмәр темпы дауамлылығын ике телдә лә тигеҙләштереүҙе күҙ уңында тота. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Башҡортостанда башҡорт теленә дубляж яһалған беренсе нәфис фильмдар барлыҡҡа килә [“Эскадра һәләкәте” (“Гибель эскадры”), “Ауыл уҡытыусыһы” (“Сельская учительница”); икеһе лә — 1948; “Чапаев”, 1949; бөтәһе лә — реж. Г.Калитиевский]. Диалогтарҙы тауышлы итеүгә артистар З.И.Бикбулатова, Х.Бохарский, Д.Р.Дауытова, Б.Ә.Йосопова, Х.И.Ҡудашев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Р.С.Сыртланов, Ғ.Ғ.Туҡаев, Р.С.Янбулатова һ.б. йәлеп ителә. 1950 й. — 90‑сы йй. уртаһында К.д.я. м‑н реж. В.Ғ.Ғәлимов, В.Жуков, Ә.Х.Нурдинов, Ш.М.Сарымсаҡов, Н.Ш.Хафизов шөғөлләнә; диалогтарҙы башҡ. теленә тәржемә итеүҙе — Ҡ.Аралбай, Х.Ғиләжев, Ф.Ә.Иҫәнғолов, Ә.М.Мирзаһитов, Р.Ф.Мифтахов, Р.Ғ.Солтангәрәев, Хафизов; артикуляция б‑са һалыуҙы Ә.Ә.Абушахманов, Ф.Ф.Вәхитов башҡара. Башҡорт телендәге диалогтарҙы яҙҙырыуҙа Башҡорт драма театры һәм Милли Йәштәр театры артистары Абушахманов, З.Ҡ.Атнабаева, Т.Д.Бабичева, Р.Ғ. Бассариев, Ф.С.Ғафаров, Н.И.Ирсаева, Д.З.Фәйзуллина, гимназия-интернат №1 уҡыусылары ҡатнаша. 600‑ҙән ашыу документаль, мультипликацион, нәфис фильмдарға башҡ. теленә дубляж яһала: “Беҙ Кронштадттан” (“Мы из Кронштадта”; 1954), “Һалдат тураһында баллада” (“Баллада о солдате”; 1960), “Кеше-амфибия” (“Человек‑амфибия”; 1962; бөтәһе лә — реж. Жуков), “Бензоколонка королеваһы” (“Королева бензоколонки”; 1963), “Автомобилдән һаҡ бул” (“Берегись автомобиля”; 1966; икеһе лә — реж. Сарымсаҡов), “Алтын быҙау” (“Золотой телёнок”; 1969; реж. Хафизов), “Һуғышҡа тик ҡарттар ғына бара” (“В бой идут одни старики”; 1975), “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” (“Москва слезам не верит”; 1980), “Һеҙҙең төшөгөҙгә лә инмәгән” (“Вам и не снилось”; 1981; бөтәһе лә — реж. Ғәлимов), “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” (“Любовь и голуби”; 1985), “Иисус” (1990), “Самсон һәм Салли” (“Самсон и Салли”; 1991), “Белоснежка һәм ете гном” (“Белоснежка и семь гномов”; 1995; бөтәһе лә — реж. Нурдинов) һ.б. БДОБТ-ла, “Октябрь” һәм “Родина” к/т К.д.я. башҡарыла; диалог, музыка, тауыш һәм һүрәттәр “Мосфильм” (1948—50), Свердловск (1956—62) к/ст, Ҡазан кинохроника студияһында (1962—93) берләштерелә. Ә.Х.Нурдинов Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Ә.Х.Нурдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: