Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич

Просмотров: 1424

ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич (3.10.1964, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). А.Н.Емелиндың улы. Урал физик культура академияһын тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, В.П.Чариков). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1981—87, 1988—90), “Лада” (Тольятти ҡ., 1990—92, 1993—98) командалары, Швеция клубы (1992—93) өсөн уйнай. Европа кубогын яулаусы (1997), Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы (1989), Милләт‑ара хоккей лигаһы чемпионы (1994, 1996) һәм уның кубогын яулаусы (1994), Европа суперкубогының (1997), Европа кубогының (1995), Бөтә донъя универсиадаһының (1991), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1993, 1995) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—96). 1999 й. алып Континенталь һәм Юғары хоккей лигалары командаларында тренерлыҡ эшендә. Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (1996).

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: