Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИЕВ Наил

Просмотров: 1402

ҒӘЛИЕВ Наил [ысын исеме Голов Николай Афанасьевич; 9.10.1928, БАССР- ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Юрковка а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 7.2.2005, Өфө], баянсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1988) һәм атҡ. (1968) артисы. Музыка уч‑щеһын тамамлаған (Чкалов ҡ., 1948). 1952 й. алып Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1957—98 йй. Башҡ. филармонияһының баянсы- концертмейстеры. Ғ. башҡарыуына импровизаторлыҡ, аккомпаниаторлыҡ оҫталығы хас. Репертуарында башҡ. һәм татар композиторҙарының йырҙары һәм инструменталь пьесалары, үҙ әҫәрҙәре бар. “Өфө уттары”, “Һабантуй”, “Бөрйән бейеү көйҙәре” (“Бурзянские плясовые”), “Егеттәр бейеүе” (“Танец джигитов”), “Юлдаш” (“Спутник”) һ.б. инструменталь ансамбль өсөн пьесалар һәм башҡ. комп. йыр темаларына фантазиялар авторы; баян, инструменталь ансамбль өсөн башҡ. һәм татар халыҡ йырҙарын эшкәртә. Ш.Бикҡол һүҙҙәренә ижад ителгән “Башҡортостан”, “Оҙата кил”, “Өс егет йөрөй артымдан”, “Өфө куранттары”, Р.Т.Вәлиева һүҙҙәренә “Бөрлөгәнем”, Ә.Ҡ. Атнабаев һүҙҙәренә “Һалдат йыры” һ.б. йырҙары киң билдәле. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР буйлап гастролдәрҙә була. “Өфө уттары” (1961—88) исемле тәүге проф. эстрада-инструменталь ансамблен ойоштора һәм уның художество етәксеһе була.

Ә ҫ ә р ҙ.: Уйнайыҡ та йырлайыҡ. Өфө, 1994. 

 В.Х.Әйүпова

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: