Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМОВ Хәбир Латип улы

Просмотров: 1576

ҒӘЛИМОВ Хәбир Латип улы (5.2.1905, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Лағыр а.,  хәҙер БР‑ҙың Салауат районы, – 20.2.1996, Өфө ҡ.), йырсы (лирик‑драматик тенор). РСФСР‑ҙың (1947) һәм БАССР-ҙың (1942) атҡаҙанған артисы. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын (1938; Н.И.Сперанский класы) тамамлағандан һуң БДОБТ, 1955—65 йй. Башҡорт филармонияһы солисы. Башҡортостанда опера башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Яғымлы тембрлы нәфис тауышлы, сағыу һәләтле лирик йырсы. Уның ижадына академик һәм халыҡсан башҡарыу оҫталығына берҙәй эйә булыу, тәбиғи ябайлыҡ хас. Төп партиялары: Паолино (“Йәшерен никах” — “Тайный брак”, Д.Чимароза), Юлай (“Һаҡмар”, М.М.Вәлиев), Йомағол (“Ашҡаҙар”, А.А.Эйхенвальд), Юлай (“Айһылыу”, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейко), Салауат Юлаев (З.Ғ.Исмәғилевтең шул уҡ исемле операһы). Барон (“Тирмәнсе ҡыҙы”; дебют, 1938), Тарауыл (“Аҡбуҙат”), Мәргән (“Мәргән”, А.А.Эйхенвальд), Шатморат (“Ҡарлуғас”, Н.К.Чемберджи) партияларын, Х.Ф.Әхмәтов, М.М.Вәлиев, Х.К.Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, К.Й.Рәхимовтың байтаҡ вокаль әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары: “Азамат”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”, “Урал”, “Элмәлек” һ.б.; башҡорт, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре. СССР һәм Төньяҡ Корея буйлап гастролдәрҙә була. “Почёт Билдәһе” (1944, 1955) ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ғ. музейы асылған, Өфө ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Әҙәб.: Бикбай Б. Халыҡ йырсыһы Хәбир Ғәлимов. Өфө, 1965; Галимуллина Р.Г. Творческий портрет заслуженного артиста России и Башкортостана Хабира Галимова //Национальные вокальные школы России. М., 1998; Хабир Галимов. Великий народный певец=Хәбир Ғәлимов. Бөйөк халыҡ йырсыһы /авт.-сост. З.Х.Валиева. Уфа, 2017.

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2022
Связанные темы рубрикатора: