Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӘРӘЕВ Радик Арыҫлан улы

Просмотров: 1287

ГӘРӘЕВ Радик Арыҫлан улы (23.3.1956, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ., – 29.10.1996, Өфө), йырсы (баритон), муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) халыҡ артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; М.Ғ.Мортазина класы). 1980 й. алып БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1990—95 йй. дир.; бер үк ваҡытта 1991—95 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Хәҙ. башҡ. йыр сәнғәтенең сағыу вәкиле, уның ижады юғары профессионаллек, төрлө стилдәге һәм жанрҙағы әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы м‑н айырыла. Актёрлыҡ һәләтенең, сәхнә һөйкөмлөлөгөнөң, йомшаҡ тембрлы һәм тулы яңғырашлы һоҡланғыс тауышының аһәңле берләшеүе һөҙөмтәһендә Г. онотолмаҫ образдар ижад итә: Эдвин (“Чардаш королеваһы” — “Королева чардаша” опереттаһы, И.Кальман; дебют, 1980), Жермон (“Травиата”, Дж.Верди), Моралес (“Кармен”, Ж.Бизе), Онегин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Фигаро (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Аҡсәсән (“Урал илселәре”, 1982; тәүге башҡарыусы). Г. ижадында мөһим урын алған камера музыкаһын башҡарыу манераһы үҙенә бер төрлө йылылыҡ һәм ихласлыҡ м‑н айырылып тора. Концерт репертуарына сит ил, урыҫ һәм ватан классикаһы, хәҙ. композиторҙар, ш. иҫ. Р.Х.Ғәзизов, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов әҫәрҙәре инә. Хәҙ. йырсылар араһында тәүгеләрҙән булып И.И.ДилмөхәмәтовтыңСалауат Юлаев һүҙҙәренә “Уралым” импровизацияһын ҙур уңыш м‑н башҡарып, Башҡортостан сәнғәтен халыҡ‑ара кимәлгә күтәрә. “Ирәндек”,“Ҡара юрға башҡ., “Сарман” — татар, “Их һин, киң дала” (“Ах ты, степь широкая”), “Питер урамы буйлап” (“Вдоль по Питерской”) урыҫ халыҡ йырҙарын; “Балҡы, балҡы, минең йондоҙом” (“Гори, гори, моя звезда”) романстарын һ.б. илһамланып, юғары оҫталыҡ м‑н башҡара. Рәсәй телевидениеһы программаларында мистер Икс арияһын (“Цирк принцессаһы” — “Принцесса цирка”, И.Кальман) башҡарып, Г. киң танылыу яулай. “Ирина Архипова тәҡдим итә” (“Ирина Архипова представляет”), “Өфөлә Шаляпин кисәләре” фестивалдәрен, Нуриев Р. исемендәге халыҡ‑ара балет сәнғәте фестивален һ.б. ойоштороусыларҙың береһе. Рәсәй буйлап һәм донъяның 15 илендә гастролдә була. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы (1979), Бөтә Союз (Днепропетровск ҡ.) һәм Бөтә Рәсәй (Сочи ҡ.; икеһе лә — 1980) совет йырҙарын башҡарыусылар конкурстары, “Ҡыҙыл ҡәнәфер” (“Красная гвоздика”) Халыҡ‑ара сәйәси йырҙар фестивале (Сочи, 1983; Гран‑при) лауреаты. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1983). Комп. Р.Р.Йыһанов Г. иҫтәлегенә Орган м‑н оркестр өсөн концерт дилогияһы ижад иткән. Өфөлә Г. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Тыуған ҡалаһында 1997 й. Г. уҡыған 3‑сө урта мәктәпкә уның исеме бирелгән, 2012 й. Г. ис. Асыҡ йырсылар конкурсы булдырылған, 2016 й. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Печаль моя светла… Радик Гареев в воспоминаниях. Уфа, 1997.

Г.Л.Ғәлимова, Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: