Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРЕЧАНИНОВ Александр Тихонович

Просмотров: 1209

ГРЕЧАНИНОВ Александр Тихонович (13.10.1864, Мәскәү — 4.1.1956, Нью‑Йорк ҡ.), композитор. Г. ижади мираҫында опералар, симфониялар, камера-инструменталь пьесалар, вокаль (а cappella хор циклдары, 200‑ҙән ашыу романс), дини һәм балалар өсөн музыка бар. С.‑Петербург консерваторияһында уҡығанда, ул С.Г.Рыбаков м‑н аралашып, уның аша башҡ. халыҡ музыкаһы м‑н таныша. 1920‑се йй., Парижда эмиграцияла булғанда, Г. 2 фп. өсөн “Башҡорт сюитаһы”н (“Башкирская сюита”), 1932 й. флейта һәм арфа өсөн “Башҡортостан“ (“Башкирия”) фантазияһын ижад итә. Байтаҡ башҡ. халыҡ йыр һәм инструменталь көйҙәрен эшкәртә: “Еҙнәкәй”, “Инә бүҙәнә”, “Ҡаһым түрә”, “Мәсем тау”. Йыйынтыҡтары: “Фортепиано гармонизацияһындағы бер тауыш өсөн татар һәм башҡорт йырҙары” [(“Татарские и башкирские песни для одного голоса с аккомпанементом фортепиано в гармонизации”, Лейпциг ҡ., 1901; ҡайтанан баҫмаһы М., 1925; шулай уҡ “Мосолман йырҙары” (“Мусульманские песни”) исеме м‑н билдәле)]; “Ун биш башҡорт көйө” [“Пятнадцать башкирских мелодий”, М., 1927; Рыбаковтың “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” хеҙмәтенә һәм М.И.Солтановтың “Башҡорт һәм татар моңдары. Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы М.Солтанов яҙып алды” (“Башкирские и татарские мотивы. Записал преподаватель Саратовской консерватории М.Султанов”; Һарытау ҡ., 1916) йыйынтығына ингән йыр көйҙәрен үҙ эсенә ала]. Г. флейта һәм фп. өсөн эшкәртелгән “Мөнәжәт”, “Таштуғай” һәм “Һаҡмар буйы” башҡ. халыҡ йырҙарының көйө “Музыка-этнография комиссияһы хеҙмәттәре”нең (“Труды музыкально-этнографической комиссии”) 4‑се томына (М., 1913) ингән.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992; Махней С.И. Русские композиторы и Башкирия (к проблеме взаимодействия культур). Уфа, 2008.

С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: