Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Зәйтүнә Хатип ҡыҙы

Просмотров: 817

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (2.1.1936, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Аҙау а.), хор дирижёры. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1975). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктын (1966; икеһе лә — М.П.Фоменков класы) тамамлаған. 1961—69 йй. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында, 1970—79 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1969— 70 йй. һәм 1979—81 йй. Башҡ. хор капеллаһы хормейстеры. 1961—91 йй. БССР‑ҙың Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе, 1985— 91 йй. йәмғиәт идараһының рәйес урынбаҫары. Ғ. етәкләгән ижади коллективтар Ленинградта БАССР сәнғәте көндәрендә (1969), Ҡазанда Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн музыка аҙналығында (1977), Өфөлә Респ. йыр, музыка һәм бейеү байрамында (1983) ҡатнаша, СССР буйлап гастролдәрҙә була. Коллективтар репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙарының хор әҫәрҙәре. Бөтә Рәсәй муз. коллективтар смотры (Өфө, 1974) лауреаты исемен яулаған Музыка йәмғиәтенең балалар хорын (1961), Өфө сәнғәт уч‑щеһының башҡ. хорын һәм вокаль ансамблен (1975) ойоштороусы. Уҡыусылары араһында Н.Н.Иҡсанова.

 Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: