Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИАТОНИКА

Просмотров: 748

ДИАТОНИКА (гр. diatonikos — тондан тонға күсеүсе), гептатоника (гр. hepta — ете һәм tonos — тон), биш тон һәм ике ярым тондан торған гамма рәүешендә ете баҫҡысы таҙа квинталар (фа‑до‑соль‑ре-ля-ми‑си) б‑са урынлашҡан лад системаһы. Баҫҡыстары аҙыраҡ булған тауыш рәте тулы булмаған Д. барлыҡҡа килтерә: тетратоника йәки тетрахорд (4 баҫҡыс), пентатоника йәки пентахорд (5), гексатоника йәки гексахорд (6). Ете баҫҡыслы диатоник ладтар араһында боронғо грек провинциялары исемдәре м‑н аталған мажор (ионий, лидий, миксолидий) һәм минор (эолий, фригий, дорий, локрий) ладтары киң таралған. Диатоник тауыш рәтендә хроматик үҙгәртелгән (юғары йәки түбән) тондар юҡ. Күп халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, татар, мари, сыуаш, удмурттарҙың, көйҙәре пентатоникаға нигеҙләнгән. Урыҫ, украин, белорустар музыкаһында гептатоника өҫтөнлөк ала. Башҡ. музыкаһында ш. уҡ ете баҫҡыслы диатоник көйҙәр ҙә ҡулланыла; улар халыҡ йырҙарында, инструменталь көйҙәрҙә һәм композиторҙар әҫәрҙәрендә осрай. Муз. тасуирлау сараларының береһе булып торған Д. төрҙәре Х.Ф.Әхмәтов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Р.Йыһанов, Л.З.Исмәғилева, Р.Ғ.Ҡасимов, Р.Ә.Мортазин, С.Ә.Низаметдинов, Н.Ғ.Сабитов, Р.М.Хәсәнов һ.б. әҫәрҙәрендә ҡулланыла.

Т.С.Зиновьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: