Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАШЕК Ярослав

Просмотров: 1151

ГАШЕК Ярослав (30.4.1883, Прага — 3.1.1923, Чехословакия, Липнице ҡ.), чех яҙыусыһы. “Йылғыр һалдат Швейктың донъя һуғышы ваҡытындағы мажаралары” (“Похождения бравого солдата Швейка во время мировой войны"; 1921—1923, тамамланмаған) романы, сатирик хикәйәләр һәм фельетондар авторы. 1918—19 йй. Өфөлә эшләй: Бишенсе армияның сәйәси бүлеге органы — “Наш путь” (“Беҙҙең юл”) гәз. типографияһы мөдире, сит ил коммунистарының Өфөләге  ойошмаһы етәксеһе, “Красная Европа” гәз. баш мөхәррире. 1919 й. мартында Бәләбәй ҡ. эвакуацияла була. 1919 й. “Наш путь” (“Беҙҙең юл”) гәз. Г. “Өфө буржуйы көндәлегенән" (“Из дневника уфимского буржуя"), “Өфө юлбаҫары, кибетсе Булакулин тураһында" (“Об уфимском разбойнике, лавочнике Булакулине”), “Поп Малюта көндәлеге" (“Дневник попа Малюты”), “Өфөлө Иван Иванович" (“Уфимский Иван Иванович”) һ.б. фельетондары баҫыла. Уның әҫәрҙәрен башҡ. теленә Ғ.Ғ.Байбурин тәржемә иткән. Өфөлә Офицерҙар йорто бинаһына һәм Бәләбәйҙә Гашек йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ: Хикәйәләр һәм фельетондар. Өфө, 1958.

Әҙәб.: Антонов С.И. Ярослав Гашек в Башкирии. Уфа, 1960; Трофимкин И.Т. Ярослав Гашек: биография писателя. М., 1973.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: