Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО

Просмотров: 810

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1973 й. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең (ҡара: Һуҡырҙар йәмғиәте) Мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1998 й. алып Респ. халыҡ ижады үҙәгенең И.и.й. 350 урынлыҡ тамаша залы, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, муз. студияһы, костюмдар, ял бүлмәләре бар. И.и.й. 8 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллек- тивы һәм ҡыҙыҡһыныу б‑са 2 клуб (ҡара: Ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар) эшләй: “Сударушка” вокаль ансамбле (1970; етәксеһе В.Ғ.Иҙрисов), башҡ. хоры (2000; етәксеһе Ш.М.Ҡасимов), “Умырзая” вокаль ансамбле (2000, етәксеһе Р.Р.Ҡарасурин), “Күңел күҙе” башҡ. театры (1972, 1987 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе Р.М.Хәкимов) һәм башҡалар. И.и.й. йыл һайын Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең респ. үҙешмәкәр ижад смотрҙары һәм конкурстары, “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) күреү б‑са инвалидтар үҙешмәкәр халыҡ ижады фестивале (1973 й. алып 5 йылға 1 тапҡыр) үткәрелә.

Н.П.Стрижова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: