Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәзизулла улы

Просмотров: 1191

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәзизулла улы [15.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Түбәнге Әрмет а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 13.5.1992, шунда уҡ], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. ауыр яраланыу арҡаһында паралич һуға. “Яңынан сафта” исемле тәүге китабы 1960 й. сыға. “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” (1986) автобиографик повесында ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа көслө ихтыяр, рухи ныҡлыҡ күрһәткән кеше образы тыуҙырылған. “Бейеклек” (1990) дилогияһында автор коллективлаштырыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һүрәтләй. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1968). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1978), 3-сө дәрәжә Дан (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында урам, урта мәктәп (унда Ғ. музейы эшләй) Ғ. исемен йөрөтә, уға һәйкәл бар. Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йәшәү йәме: хикәйәләр. Өфө, 1964; Сад влюблённых: повести. Уфа, 1975; Второй гром: роман. М., 1976.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: