Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛӘЖЕВ Мансаф Тажетдин улы

Просмотров: 974

ҒИЛӘЖЕВ Мансаф Тажетдин улы (17.5.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Йомран а.), яҙыусы. БАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1986) ағзаһы. БДУ‑ны (1960), Ленинград юғары партия мәктәбен (1969) тамамлаған. 1960—67 йй. һәм 1969 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында эшләй, 1984 й. — Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш мөхәррире. 1988 й. башлап (өҙөклөктәр м‑н) “Һәнәк” ж. (1989—98 йй. баш мөхәррир урынбаҫары). “Осрашыу кисәһе” исемле тәүге китабы 1974 й. сыға. Ғ. әҫәрҙәре документаллек һәм әҙәби үткерлек м‑н айырылып тора. “Бәхетле кеше” (1976), “Яҙмышҡа үҙең хужа” (1982), “Борма‑борма юлдарҙа” (1986) китаптарының геройҙары — яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтерлек рухи йәһәттән көслө кешеләр. “Бәләкәй баш” (1989) исемле сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығында яҙыусы бюрократлыҡты, ике йөҙлөлөктө фашлай. “Йондоҙҙар аҫтында һигеҙ ай” (2005) китабына ингән повесть һәм очерктар тыл хеҙмәтсәндәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығына, фиҙакәрлегенә арналған. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1994), Ғ.Рамаҙанов ис. (2008) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡәһәрле яҙмыш: повестар. Өфө, 2000; Өс йылға буйҙарында: тарихи очерк. Өфө, 2001; Җирдәге тәмуг: роман һәм повесть. Уфа, 2001.

Р.Ғ.Тойғонов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: