Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы

Просмотров: 1287

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы [14.4.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 8.11.1999, Өфө], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Учалы р‑ны Наурыҙ урта мәктәбендә эшләй. 1954 й. алып Әбйәлил р‑ны Таштимер урта мәктәбе дир.; 1959 — 64 йй. һәм 1985 й. башлап “Һәнәк” ж. бүлек мөдире, 1987 — 89 йй. яуаплы секретары; 1964 й. алып БАССР МС‑ының ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са ком‑тының өлкән мөхәррире, 1966 — 84 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире, редакция мөдире. “Артҡы ишектән” исемле тәүге китабы 1968 й. сыға. Башлыса сатира һәм юмор жанрында эшләй. Башҡорт әҙәбиәтендәге тәүге сатирик роман — “Дан туртаһы” (1970) әҫ. яҙыусы ахмаҡлыҡтан, әхлаҡи әшәкелектән, ялғандан әсе көлә. “Яҙҙар ике килә” (1982) романы ғалим-агрохимиктар тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. Н.Н.Носов, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Өфөлә һәм Таймыйҙа Ғ. йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған, тыуған ауылында урамға уның исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Йәшәреү сере. Өфө, 1984; Серле бетеү: сатирик повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 1998; Пятый зуб мудрости: юмористич. и сатирич. рассказы. Уфа, 1976.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: