Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ГӨЛӨСТАН БИТ-ТӨРКИ"

Просмотров: 1708

ГӨЛӨСТАН БИТ-ТӨРКИ", (“Сәскәләр иле төркисә”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1391 й. шағир С.Сараи ижад итә. Фарсы суфый шағиры Сәғҙиҙең дини-дидактик “Гөлөстан" (“Сәскәләр иле”; 1258) әҫ. харәзм-төрки теленә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) тәржемәһе булып тора. Әҫ. ҡатмарлы фәлсәфәүи, этик һәм дини мәсьәләләрҙе сағылдыра. Сәсмә‑теҙмә формала. Әҫ. башынан аҙағынаса һуҙылған сюжет һыҙығы, берҙәм тема юҡ. Төп өлөш төрлө темаларға арналған 8 бабтан (бүлектән) тора: 1-сеһе — батшалар тормошона, 2-сеһе — дәрүиштәрҙең, ярлыларҙың көнитмешенә, 3-cөһө — яҙмышҡа буйһоноуға, 4 ‑сеһе — һүҙ ҡәҙеренә, аҙ һүҙлелектең файҙаһына, 5-сеһе — йәшлек һәм мөхәббәткә, 6-сыһы — ҡартлыҡ һәм хәлһеҙлеккә, 7-сеһе тәрбиә мәсьәләләренә арналған. Бабтар үҙ эсенә бер нисә тиҫтә хикәйәтте (бөтәһе 182) ала, уларҙың һәр береһенең аҙағында өгөт-нәсихәткә бәйле шиғырҙар (ҡасидә, ҡитға, мәҫнәүи йәки робағи) бирелә. Аралашыу ҡағиҙәләрен яҡтыртҡан 8-се баб ҡыҫҡа хикмәт һәм нәсихәттәрҙән ғибәрәт. Әгәр “Г.б.-т." сәсмә текстар Сәғҙи әҫ. туранан-тура тәржемәһе булһа, шиғри өлөшөн Сараи ижади яҡтан эшкәртә: нәзирә формаһына мөрәжәғәт итеп, ҡайһы бер шиғырҙарҙы үҙенеке м-н алмаштыра. “Гөлөстан"дың идея-тематик йөкмәткеһен тулыһынса һаҡлап, шағир әҫ. яңы идеялар м-н тулыландыра. Сараи әҫ. автографы юғалған, берҙән‑бер ҡулъяҙма күсермә Лейден ун-тында (Нидерланд) һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 1-се т. XIII—XVIII быуаттар. Өфө, 1999; Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы. Өфө, 2001; Сараи С. Гөлестан. Лирика. Дастан. Казан, 1999.

М.Х.Иҙелбаев, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: